Йәмғиәт
11 Февраль 2022, 06:18

“Балаларҙың уңышы – ата-әсә өсөн ҙур бәхет”, ти Әхмәр ауылынан Гөлнара менән Ғәлим Хәйбуллиндар

Ысынлап та шулай, балаларың үҙеңдән һәләтлерәк, уңышлыраҡ икән, тимәк, тормошоң бушҡа үтмәгән. Әхмәргә юл тотҡанда ғүмер буйы ауыл хужалығында намыҫлы хеҙмәт иткән, күптән түгел “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Ғәлим Ғәфүр улы тураһында мәҡәлә яҙыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйһаҡ, осрашып күрешкәс, был ғаилә ағзаларының һәр береһенең – хеҙмәттәме, уҡыуҙамы матур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен аңланыҡ.

 

Уңыш сере – тырышлыҡта

 

Уларҙы бер бөтөн итеп ҡарағанда, уңыштары тағы ла сағыуыраҡ күренә. Әхмәр ерендә тыуып, ошо яҡтың һыуын эсеп үҫкән Ғәлим ағай. Бар ғүмерен ауыл хужалығына арнауы ла осраҡлы түгел, сөнки заманында атаһы ла бригадир, зоотехник, ауыл Советы рәйесе булып эшләгән, “Ҡыҙыл Урал” колхозына ла етәкселек иткән.

– Бәләкәйҙән атайым эргәһенән китмәнем. Ауыл малайҙары ат тип иҫе китә ине бит. Йылҡы араһында, ат ҡарап үҫтек. Ун йәшемдә һыбай йөрөргә өйрәндем. Атайым менән баҫыуҙар ҡарарға сыҡҡаным да хәтерҙә. Әсәйемдең эше лә ауыл хужалығына бәйле булды, ул ҡошсолоҡ фермаһында эшләне, – тип башланы һүҙен үҙе лә 33 йыл ауыл хужалығы тармағында тир түккән Ғәлим ағай.

Тормош тигәнең һынауҙары менән ҡағып-һуғып ҡына тора шул. Ғәлим ағай үҫкән ғаилә лә яҙмыштың әсе һурпаһын бик иртә татый. Алты балаһын ҡалдырып әсәйҙәре – 39 йәшендә, атайҙары 44 йәшендә был донъянан бик иртә китеп бара. Күмәк бала өләсәйҙәренең ҡулында ҡала. Бик иртә үҙаллылыҡҡа өйрәнеп, туғандар бер-береһе өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫә.

Мәктәпте тамамлағас, ниндәй һөнәр һайлаясағы билдәле булһа ла, иң элек һалдат бурысын үтәргә тигән ҡарарын тормошҡа ашыра Ғәлим Ғәфүр улы. Егетмен тигән егет армияға барырға тейеш, тигән фекер көслө заманда үҫкәс, хәрби хеҙмәткә атлығып тороуы ла ғәжәпләндермәй.

Артабан инде Өфөлә Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетын тамамлап, тыуған ауылы Әхмәргә ҡайта. 1989 йылда 26 йәшендә “Коммунизм” колхозында зоотехник булып хеҙмәт юлын башлай. Бөгөн дә ошо тармаҡта эшләүен дауам итә. Әле ул – “Едих Е.В.” крәҫтиән-фермер хужалығында тәжрибәле белгес. Хужалыҡ исемдәре үҙгәреп торһа ла, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, 30 йылдан ашыу ауыл хужалығында эшләй – зоотехник, инженер, бригадир, ферма мөдире – ниндәй генә бурыс йөкмәтелһә лә, хеҙмәтен тырышып башҡара.

– Эш башлағанда һарыҡ, сусҡа, һыйыр фермалары була торғайны. Мал күп, һауын һыйырҙары ғына 600-700 башҡа етте. Малсылыҡта эште аҙаҡҡа ҡалдырып тороп булмай. Малды ваҡытында ҡарарға, ашатырға, һауырға кәрәк. Ҡара таңдан эшкә сығып китә инек тә, һуң ғына ҡайтып инәбеҙ. Колхоз да алдынғылыҡты бирмәне, – тип хәтерләй хеҙмәт йылдарын Ғәлим ағай.

 

Бәхет сере

 

Элек бер һыйырҙан йылына һауылған һөт күләмен 3 мең килограмға еткереү юғары һөҙөмтә тип иҫәпләнде. 1992 йылда Әхмәр фермаһы был күрһәткесте арттырып ебәрә. Малсылыҡта ял юҡ – байрам көндәрендә лә, көслө буранда ла, сатлама һалҡындарҙа ла, йәйге селләлә лә эште ҡалдырмай был тармаҡта тырышыусылар.

“Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем – Ғәлим Ғәфүр улының күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтенә ҙур баһа. Әйткәндәй, уның быға тиклем яулаған маҡтау ҡағыҙҙары ла аҙ түгел. 2006 йылда бирелгән Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы ла ҡәҙерле иҫтәлек.

– Эшемде күргәндәре, күтәргәндәре өсөн рәхмәтлемен. Ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар тырышып эшләгәндәрҙең барыһы ла ошондай юғары исемгә лайыҡ тип уйлайым, – тине әңгәмәсем.

Ғәлим Ғәфүр улы эшенә дәрт, йөрәгенә көс биреп торған матур ғаиләһе, береһенән-береһе уңышлыраҡ, һылыуыраҡ ҡыҙҙары булыуы менән дә бәхетле. Үҙенең яртыһын, Әбйәлил һылыуы Гөлнара Хәмитйән ҡыҙын да тыуған ауылында осрата. Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, тап уның бәхетенә юллама менән эшкә килә йәш уҡытыусы.

– Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана торғайным. 1984 йылда, педучилищенан һуң, ҙур сумаҙан күтәреп, ә уның эсе тулы китап ине, Әхмәргә килеп төштөм. Һәм шул осорҙан, 37 йыл, Әхмәр мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытам, – тип һүҙгә ҡушылды хәҙер инде юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Гөлнара Хәмитйән ҡыҙы.

– Гөлнара беҙҙән йыраҡ түгел йортта йәшәне. Үҙе утын яра, һыу ташый, башҡа эштәрҙе йүгереп йөрөп башҡарған егәрле ҡыҙҙы шунда уҡ күреп ҡалдым. Бер йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнештек, – тип ҡәнәғәт йылмая Ғәлим ағай ҙа.

Тәүҙә Ғәлим ағайҙың өләсә­һендә йәшәйҙәр. Уны матур итеп тәрбиәләп, һуңғы йылға оҙата миһырбанлы йәш ғаилә. Һуңынан үҙҙәренә лә яңы йорт күтәрәләр.

Алыҫтан эшкә килгән уҡытыу­сының Әхмәрҙә ерегеп йәшәүенә лә хәҙер байтаҡ ваҡыт үткән.

– Тәүге йылдарҙа Әбйәлилемде, ата-әсәйемде, туғандарымды һағына торғайным. Аҙаҡ ғаилә, балалар, донъя мәшәҡәте менән, эшкә әүрәп һағыныу тойғоларым баҫылды. “Төшкән ереңдә таш кеүек бат”, тип әйтәләр бит, мин дә яйлап Әхмәрҙе үҙ иттем. Тормош иптәшем менән бергәләп донъя йөгөн тарттыҡ, бергәләп ауырлыҡтарҙы үткәрҙек. Хәҙер Әхмәр миңә тыуған ауылым кеүек. Ауылын да, тәбиғәтен дә, халҡын да, эшләгән коллективымды ла бик яратам. Эшемдән, тормошомдан йәм табып йәшәйем, – тине Гөлнара Хәмитйән ҡыҙы.

Хөрмәтле уҡытыусы, яратҡан ҡатын, һөйөклө әсәй генә түгел, ауылдың йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай ул. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, уның йыр-моңға оҫталығын да яҡындары, ауылдаштары белеп бөткән.

 

Алға этәреүсе көс

 

Ғаиләнең ҡото – балаларҙа. Ҡыҙҙары Гөлназ, Дилбәр, Гөлдәр тураһында һөйләгәндә, айырыуса Ғәлим ағайҙың йөҙө балҡып, күҙҙәре нурланып китә. Атай мөхәббәтенең балаларына шул тиклем дә көслө булыуы – һоҡланғыс күренеш.

Ғорурланмаҫлыҡ та түгел. Ҡыҙҙары һәр береһе мәктәпте миҙалға тамамлап, оло тормош юлында үҙ юлдарын яра. Өлкәндәре Гөлназ бала саҡтан журналист булам тип хыяллана һәм был маҡсатына өлгәшә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, әле Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләй. Ҡыйыу, үткер телле журналистың күптән түгел үткәрелгән матбуғат конференцияһында үҙен ышаныслы тотоп, Рәсәй Президенты Владимир Путинға аныҡ һорау биргәнен дә һоҡланып ҡараныҡ. Уртансылары Дилбәрҙең мәктәптә уҡыған йылдарындағы уңыштарын да яҡташтары онотмағандыр әле. Районда “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды алыуы, йыр конкурсында Гран-приға лайыҡ булыуы ла ҡыҙҙың төрлө яҡлап һәләтен сағылдыра. Хәҙер инде Дилбәр юғары белемгә эйә. Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институтында дәүләт муниципаль идаралыҡ һөнәре буйынса белем алған. Әйткәндәй, Дилбәр тормошта, ире менән алты айлыҡ ҡыҙ үҫтерәләр. Гөлнара апай менән Ғәлим ағайға өләсәй менән олатай булыу ҡыуанысын бүләк иткән йәштәр. Иң кеселәре Гөлдәр – әле студент, шулай уҡ БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында финанс һәм кредит һөнәре буйынса 4-се курста уҡый, быны ул инглиз телен тәрән өйрәнеү менән берлектә алып бара. Гөлдәр 2020/21 уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендиаты була, әлеге уҡыу йылында иһә Рәсәй Президенты стипендияһына лайыҡ булған. Гөлдәрҙең маҡсаты – фән юлынан китеү. Киләсәктә һәләтле ҡыҙҙың иҡтисад фәндәре кандидаты, башҡа ғилми дәрәжәләргә эйә булыуын да күрергә яҙһын. Ауырлыҡтарҙан, һынауҙарҙан ҡурҡмау – яңы бейеклектәргә юл аса. Гөлдәр йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эшен булдырырға ла өлгөргән, баш ҡаланан машинала үҙе рулгә идара итеп, тыуған ауылына ла елдереп ҡайтып етә ул.

Уңыштары өсөн ата-әсәһенә рәхмәтле була белеүҙәре лә биҙәй ҡыҙҙарҙы.

– Атай-әсәйебеҙ икеһе лә шул тиклем изге күңелле. Уларҙан ҡаты һүҙ ишетмәнек. Бәләкәйҙән һәр баш­ланғысыбыҙҙы хуплап тор­ҙолар. Яҡшы итеп уҡырға, һөнәр алырға, тормошта үҙ юлыбыҙҙы та­бырға маҡсатландырып үҫтер­ҙеләр, шуға күрә уларға рәхмәтебеҙ ҙур, – тине ҡыҙҙар.

Ғаиләлә һалынған сифаттар – хеҙмәткә намыҫлы ҡараш, тырыш­лыҡ, кешелеклелек – ҙур уңыш­тарҙың нигеҙендә тап ошолар ята. Үҙҙәренең бәхетле булыуҙарын аңлап, уның ҡәҙерен белеп йәшәй бөгөн Хәйбуллиндар һәм был уларҙы алға этәреүсе төп көс булып тора.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

 

Ишембай районы.

Читайте нас