Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 13:05

Һунарсы Рафаэль ағай

Бөрйәнйылғала йәнә ғәжәп бер кеше менән танышырға яҙҙы. Тәү ҡарамаҡҡа йылмайып торған, әллә ни һүҙгә әүәҫ булмаған ағайҙың һунарсы, балыҡсы булыуына тәү күргәндә ышанмаҫһың да.

Ауыл халҡы элек-электән урмансылыҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ата-бабаларының кәсебенә тоғро ҡалып, әле лә һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡты үҙ иткән кешеләрҙе осратырға мөмкин был тараф­тарҙа. Ҡандан киләлер, тип аңлата улар үҙҙәренең был шөғөлөн.

Рафаэль Вәлишин ауылда ғына түгел, районда ла ысын һунарсы булараҡ яҡшы таныш. Ваҡытында ул төлкө-бүреләрҙе күпләп аулаған, хатта айыуға ла һунарға сыҡҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул, күңелен бушатып, урман-тауҙар гиҙергә, һунар мылтығын алып, рөхсәт ҡағыҙын түш кеҫәһенә һалып, ҡыш – саңғыһын кейеп, һунарға сығырға ярата. Йәй күберәк күрше Йылайыр районына балыҡ тоторға йөрөй, башҡа ваҡытта иһә һунарға барыуҙы яҡын күрә ул.

– Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” әҫәрен­дәге кеүек, “һунарсы ҡаны үҙемдә, һунарсы булыр балам” тип әйтә алмаһам да, “ейәнем Илнур, ҡустым Айнур һунарсы булыр!” тип ышаныс менән әйтә алам, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Атайым бик оҫта һунарсы булды, уға эйәреп, беҙҙә лә һунарсы ҡаны барҙыр. Һигеҙенсе класта ҡулыма ҡушкөбәк тотторҙо, тәүге алған йәнлек ҡуян булды. Урманды яратырға, хайуандар менән нисек эш итергә, һунар серҙәренә атайым өйрәтте. Һәр йәнлеккә һунар итеүҙең үҙ сере, үҙ хәйләһе бар. Хайуандар шул тиклем аҡыллы, уларҙы алыу өсөн үҙеңә уларҙан да аҡыллы, һалҡын ҡанлы, ҡомарлы, сос, таһыллы, отҡор, мәргән булыу талап ителә. Күп осраҡта йыртҡысты күреү менән йөрәк тибеше йышая, тәнең бер аҙ шөрләй төшә – организм ҡурҡыу хисенә ҡаршы шулай көрәшә. Был ваҡытта мылтығыңдың көбәген дөрөҫ тоҫҡау һәм кинәт атыу ғына ярҙам итә. Хатта шул тиклем ябай күренгән сел атыуҙың да үҙ нескәлектәре етәрлек.

Төрлө йылдарҙа Рафаэль Вәлишинға бүре, төлкө, мышы, һеләүһен, бурһыҡ, ҡондоҙ, ҡуян атып ала. Тиреләрен эшкәртеп, һораусыларға һатып та ебәргән осраҡтары бар. Бөгөн ул һунар серҙәрен ейәне Илнур менән ҡустыһы Айнурға өйрәтә, сөнки уларҙа һунарсы ҡаны бар, үҙҙәре был шөғөлгә атлығып тора, ти әңгәмәсем.

Һунарсы шөғөлөнә килгәндә, хәҙер уның проблемалары етәрлек, хәл ителмәгән бихисап мәсьәләләр күп. Һунарға рөхсәт ҡағыҙын һатып алыу ҙа байтаҡ мәшәҡәт тыуҙыра, лицензия ла арзан түгел, ҡайһы бер йәнлектәргә һунар итеү өсөн бер нисә генә рөхсәт ҡағыҙы була, улары ауыл һунарсыларына эләкмәй.

Шулай ҙа ысын һунарсы ғына бер нигә ҡарамай, ҡаны тартҡан, йөрәге ҡушҡан, күңеле көҫәгән, ата-бабаларынан ҡалған шөғөлөн дауам итә. Һәр хәлдә Рафаэль Вәлишинды тап шундайҙар рәтенә индерергә була.

 

Кәримә УСМАНОВА.

Читайте нас: