Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2022, 21:00

Азат Бадранов Ишембай умартасылары менән осрашты

Кәңәшмәлә ниҙәр тураһында һүҙ барҙы?

Ишембай районы халҡын, бигерәк тә Маҡар ауыл биләмәһе умартасыларын урында сәнәғәт умартасылығының урынлашыу мәсьәләһе борсой.

Проблема иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов умартасылар менән осрашып фекер алышты. Урындағы халыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт бирелде, ҙур умартасылыҡты урынлаштырыу өсөн иң ҡулай ерҙәр барланды, мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһе тикшерелде.

Рәфил АЛТЫНБАЕВ, урындағы умартасылар ойошмаһы рәйесе:

– Бөгөнгө осрашыуҙа төп мәсьәлә аукционда ҡатнашҡан сит ил компанияһына ер участкаһы биреүҙе ҡарау булды. Һөҙөмтәлә аукционға ҡуйылған ер участкаларының ауылдарға яҡын булғаны урындағы халыҡҡа биреләсәк тигән һығымтаға килдек. Ә сәнәғәт умартасылығы алыҫыраҡ урынлашасаҡ, урындағы бал ҡорттары менән ҡушылмаясаҡ, тип һөйләштек.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов умартасыларҙы кооперативтарға берләшергә саҡырҙы. Был артабан субсидиялар алыу мөмкинлеге бирәсәк, эште лә еңелләштерәсәк, тип белдерҙе "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашҡандар.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.

Читайте нас: