Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2022, 19:45

Иғтибар: был яңылыҡ - ялған

Һаҡлыҡ банкы бирелгән ипотека кредиттары буйынса ставканы күтәреү тураһындағы яңылыҡты ялған хәбәр тип атаны.

Интернетта Һаҡлыҡ банкы тиҙҙән, башҡа ҙур банктар менән бер рәттән, ипотека кредиты буйынса ставканы күтәрә тигән мәғлүмәт таратыла. Ул 25-30 процент кимәлендә булыр, тип күҙаллана. Сәбәбе – Үҙәк банк тарафынан төп ставканың арттырылыуы. Ҡайһы бер телеграм-каналдарҙың авторҙары ошо турала яҙа. Яңылыҡ дөрөҫ түгел, тип хәбәр итә войнасфейками.рф порталы.

Һаҡлыҡ банкынан иһә, ойошма бирелгән ипотека һәм ҡулланыу кредиттары шарттарына үҙгәреш индереүҙе, шул иҫәптән ставкаларҙы күтәреүҙе планлаштырмай, тип рәсми хәбәр иттеләр. “Һаҡлыҡ банкы ғәмәлдәге ҡулланыу һәм ипотека кредиттары буйынса бер ниндәй ҙә үҙгәреш индермәй”, – тип билдәләнә белдереүҙә.

#РусскаяВесна

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.

Читайте нас: