1 мартҡа ҡарай төндә Воровский урамында Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер, шулай уҡ Дим урамынан Мәктәп урамына тиклем Кесе йылға буйы урамы буйлап хәрәкәт ябыла.
Ошоға бәйле хәрәкәт схемаһы үҙгәрә:
- ҡаланан сығыуға – дүрт һыҙат буйынса яңы күпер-ҡушымта һәм 1991 йылда һалынған күпер буйлап, ағымдың интенсивлығына ҡарап, бер йәки ике хәрәкәт һыҙаты буйынса;
- ҡалаға инеү – 1991 йылда һалынған күперҙән – дүрт йәки биш һыҙат буйлап. Хәрәкәт йүнәлеше реверсив светофор менән көйләнәсәк.
Күпер-ҡушымтала бөгөн яңы юл билдәләре һыҙылды. Кисә 1991 йылда һалынған күперҙә реверсив хәрәкәт йүнәлештәрен күрһәткән светофорҙар эшләй башланы. Аркалы күперҙә ремонт башланыуы тураһында иғлан менән мәғлүмәт стенды ҡуйылған.
Башҡортостандың баш ҡалаһынан көньяҡҡа сығыу һәм Өфөгә инеү йүнәлешендәге бөтә эштәр тамамланғас, 11 хәрәкәт һыҙаты эшләйәсәк.
Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан ошо сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайҙар һәм уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәләр.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.