Башҡортостанда Донбасс халҡына гуманитар ярҙам йыйыу дәррәү дауам итә. Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ла был акцияға ҡушылды.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре Донецк ҡалаһының “Һуҡыр һәм насар күреүсе балалар һәм ололар өсөн республика өҫтәмә белем биреү үҙәге”нә Брайль шрифты менән баҫтырылған биш атамалы әҙәбиәт тапшырҙы. Шулар араһында балалар өсөн әкиәт китаптары һәм ҡабарынҡы график рәсемле әсбаптар – “Башҡортостан геройҙары: 1941–1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышына 75 йыл”; “Тыуған ерҙең күп тауышы: башҡорттар”; “Тыуған ерҙең күп тауышы: украиндар” – бар. “Тыуған ерҙең күп тауышы” ҡабарынҡы график әсбаптары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында баҫтырылды. Рәсәй халҡы төрлө этник төркөмдәргә бүленә, төрлө дингә табына, әммә дуҫ, татыу күршеләр булып йәшәй. Бер-береһен тулыландырып, байытып ҡына тора.
– Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһындағы Донецк коммюникеһында ике яҡтың килешеп һәм артабан мәҙәниәт өлкәһендә лә бергә-бергә эшләү ҡарала. Әлеге ваҡытта М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Донецкиҙағы “Һуҡыр һәм насар күреүсе балалар һәм ололар өсөн республика өҫтәмә белем биреү үҙәге”нә “һөйләй торған китаптар”ға онлайн рәүештә юл асыҡ, – ти китапхана директоры Айгөл Рафаил ҡыҙы Әминева.
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.