Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2022, 13:00

Байрамда ниндәй тамашалар һәм сикләүҙәр буласаҡ?

Барыһы хаҡында - карточкаларҙа.

Байрамда ниндәй тамашалар һәм сикләүҙәр буласаҡ?
Байрамда ниндәй тамашалар һәм сикләүҙәр буласаҡ?

12 июндә “Байрамса Өфө” фестивале уҙған Ленин урамында транспорт хәрәкәте сикләнә, йәғни урам тулыһынса йәйәүлеләргә ҡаласаҡ. Пушкин урамы сатында сәхнә ҡуйыла һәм унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Өфө театрҙары сығыштары көтөлә. Кейеҙ, ағас, заманса бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, спортсыларҙың ярыштарын ҡарарға, ГТО нормативтарын тапшырырға ла мөмкин буласаҡ.

Балалар өсөн дә айырым саралар ойоштороласаҡ. Рәссамдарҙың, ретро автомобилдәрҙең күргәҙмәһе менән таныша алаһығыҙ.

Йәштәр өсөн дә саралар күп ойошторола: заманса бейеүҙәр, хәрби-илһөйәрлек клубтары, эҙәрмәндәр отрядтары презентациялары һәм башҡалар. Фестивалдең сағыу сараларының береһе – мас-рестлинг буйынса ҡала чемпионатын асыу.

Ленин скверында ағас һындар күргәҙмәһен ҡарай алаһығыҙ. “Ете ҡыҙ” фонтанында этномөйөш ойоштороласаҡ.

Түбәндәге урамдар таңғы 4.30 сәғәттән көндөҙгө 4-кә тиклем ябыла:

- Пушкин һәм Коммунистик урамдары киҫелешенәсә Ленин урамы;
- Совет һәм Театр урамдарынаса Пушкин урамы;
- Ленин урамынан Мостай Кәрим урамына тиклем Коммунистик урамы;
- Коммунистик урамынан Чернышевский киҫелешенә тиклем Мостай Кәрим урамы.

Транспорт хәрәкәте фотола күрһәтелгән.

Ҡала хеҙмәттәре килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм маршрутығыҙҙы алдан планлаштырыуҙы һорай.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмө, Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: