Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2022, 16:00

Архангелда – кәсепселәр йыйыны

"Архангел кәсептәре" фестиваль-йәрминкәһендә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән оҫталар ҡатнаша.

Архангелда – кәсепселәр йыйыны
Архангелда – кәсепселәр йыйыны

Халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған саралағы күргәҙмәләргә оҫталарҙың хеҙмәте ҡуйылған. Үрелгән кәрзиндәр, һуғылған балаҫтар, баҫылған кейеҙҙәр, ҡурсаҡтар, ағастан эшләнгән йорт кәрәк-яраҡтары, сигеү һәм бәйләм эштәре... Йәрминкәлә тәҡдим ителгән кәсептәр күп төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра һәм һоҡландыра.

Фестивалдә ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеү ойошторолған, айырым кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре бара. Байрамды фольклор төркөмдәренең сағыу сығыштары биҙәй.

Архангелда – кәсепселәр йыйыны
Архангелда – кәсепселәр йыйыны
Архангелда – кәсепселәр йыйыны
Архангелда – кәсепселәр йыйыны
Архангелда – кәсепселәр йыйыны
Архангелда – кәсепселәр йыйыны
Архангелда – кәсепселәр йыйыны
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: