Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2022, 12:00

“Бәлеш байрамы” башланды!

Бөгөн Бүздәк ауылы паркында “БэлешФест-2022” милли аш-һыу фестивале үтә.

“Бәлеш байрамы” башланды!
“Бәлеш байрамы” башланды!

Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт халҡының милли ризыҡтары теҙелгән майҙансыҡтарҙа спорт, күңел асыу саралары бара. Байрамға абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Ахмәтвәлиев, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Римма Үтәшева, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һәм башҡалар килгән.

Кулинарҙар тиҙҙән фестивалдең төп символы булған бәлеште бешереү буйынса ярышасаҡ.  Был тәмле ризыҡты әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бөгөн шулай уҡ арт-объект асылып, башҡорт, татар эстрада артистары бай концерт программаһы тәҡдим итәсәк.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

“Бәлеш байрамы” башланды!
“Бәлеш байрамы” башланды!
“Бәлеш байрамы” башланды!
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: