Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2022, 14:30

Донбассҡа – ярҙам

23-сө гуманитар колонна Луганск Халыҡ Республикаһына төҙөлөш материалдары һәм аҙыҡ-түлек алып китте.

Донбассҡа – ярҙам
Донбассҡа – ярҙам

Гуманитар ярҙамдың дөйөм ауырлығы – 43 тонна самаһы. "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары  Евгений Мельников әйтеүенсә, Петровское ҡалаһында М.М. Шайморатов исемендәге 22-се һанлы мәктәпте капиталь төҙөкләндереү дауам итә.

“Бөгөн гумколонна составында беҙ 3д-ҡойма, линолеум, буяуҙар һәм объектта эшләгән төҙөүселәр өсөн аҙыҡ-түлек ебәрҙек. Яңы уҡыу йылына мәктәп әҙер булһын өсөн тағы ике гумконвой юлға сығасаҡ”, – тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов.

Фото: рәсми сығанаҡтарҙан. 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: