Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 17:15

Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?

Төп сараларҙың береһе – Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу буласаҡ.

Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?
Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?

Башҡортостандың төп байрамына – Республика көнөнә айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды. Ғәҙәттәгесә, был көндә ҡалаларҙа һәм райондарҙа байрам майҙансыҡтары ойошторола. Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә ошо сараларға әҙерлек барышы буйынса кәңәшмә үтте.

– 11 октябргә билдәләнгән төп сараларҙың береһе – Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу. Унда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластарҙа белем алған уҡыусыларҙы “шайморатовсылар”ға бағышлау тантанаһы ойошторола. Өфөгә, йәғни байрамға мең самаһы ҡунаҡ килер, тип көтәлә.

Әлбиттә, граждандарҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора. Бөгөн коллагалар менән ошоға бәйле барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен ҡараныҡ. Яуаплы хеҙмәттәргә халыҡ күпләп булған урындарҙа тәртипте тәьмин итеү сараларына әҙерлек һәм ойоштороу буйынса эштәр ҡушылды. Сара барған урындарҙа контроль-үткәреү пункттары ҡуйыла һәм техник сараларҙы файҙаланып күҙәтеү режимы ойошторола. Яуаплы ведомстволарға медицина, шулай уҡ янғынға ҡаршы һәм авария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын тәьмин итеү бурысы ҡуйылды, – тине Ирек Сәғитов.    

Фото: vk.com/ireksagitov.

Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?
Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?
Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?
Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?
Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?
Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?
Республика көнөн нисек байрам итәбеҙ?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: