

Григорий Грыбиняк үҙенең УАЗ-2206 автомобилен 12-се гвардия инженер бригадаһы һалдаттарына тапшырған. Ҡеүәтле машина уға тоғро хеҙмәт иткән, дуҫтары менән балыҡҡа йөрөгәндә юлһыҙ ерҙә бер ваҡытта ла үҙен һынатмаған. "Хәҙер арыу белмәҫ "буханка" алғы һыҙыҡтағы егеттәргә нығыраҡ кәрәктер. Минең был ҡарарымды Бөйөк Ватан һуғышында Украина ерендә башын һалған олатайым да һис һүҙһеҙ ҡеүәтләр ине", - ти Григорий Михайлович.
Тағы ла ул һалдаттарға бер нисә пар ҡышҡы итек һәм берцы, йылы эске кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ та ҡушып һалған.
Хәрби операция барған зонаға автомобиль Башҡортостан халҡы йыйған гуманитар ярҙам менән тултырылып оҙатылған.
Фото: ufa. bezformata.com