Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2022, 15:13

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Яратҡан шөғөлө күңел йыуанысы килтерә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һәр ҡатын-ҡыҙ зауыҡлы кейенергә ярата, башҡаларҙа булмаған әйберҙәрҙе һайлай. Ә бының өсөн күп осраҡта үҙеңә тегергә йә иһә бәйләргә тура килә.

Асҡар ауылында йәшәгән Айһылыу Хәмитова бәләкәй саҡтан ҡурсаҡтарына төрлө күлдәктәр тегергә ярата. Бының өсөн әсәһенең итәк-күлдәктәрен ҡырҡҡыслай, кәрәкле туҡымаларын туҙҙыра. Әсәһенән бер аҙ шелтә эләкһә лә, яратҡан шөғөлөн ташламай, ҡурсаҡтарын үҙенсә ҡупшы кейендереүен дауам итә. Күңеле һәр саҡ матурлыҡҡа тартылған ҡыҙ артабан бәйләмгә тотона. Ул ваҡытта магазинда төҫлө ептәр, ырғаҡтар һатылмай, шуға күрә уға кофталарҙы ла һүтергә, бәйләү өсөн ырғаҡ һәм энәләрҙе лә үҙенә йүнләргә тура килә.

Нисәнсе класта уҡығанын аныҡ ҡына хәтерләмәй, әммә был ваҡиғаны һаман булһа күңелендә йылылыҡ менән һаҡлай ул. Әсәһе менән күрше Магнитогорск ҡалаһына баҙарға бара. Цирк янындағы баҙарға инер алдынан бер-бер артлы теҙелеп киткән ҡала инәйҙәренең “урам баҙары” аша үтергә кәрәк була. Шул саҡта бәйләү, сигеү тураһындағы бер журналға күҙе төшә. Әсәһенән илап тигәндәй уны һатып алдырта, ҡайтып уны төн буйы уҡып сыға. Иртәгәһенә шундағы кескәй йомшаҡ айыуҙы бәйләп ҡарай. Аҙаҡ журналдағы барлыҡ өлгөләрҙе лә сигеп, бәйләп һәм тегеп сыға. Әйткәндәй, ул журнал бөгөнгә тиклем бик ҡәҙерләп һаҡлана.

– Мәктәптә уҡыған саҡта ҡулымдан бәйләмем төшмәне. Парта аҫтына йәшереп, һәр саҡ бәйләп ултыра торғайным. Әхирәттәремә нимәләр генә бәйләп бирмәнем, улар һорамаһа ла, бүләк әҙерләй торғайным. Аҙаҡ минең ҡул эштәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуымды бер уҡытыусы күреп ҡалып, тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Уның тәҡдиме менән ниндәй генә әйберҙәр эшләмәнем: сиктем дә, энә, ырғаҡ менән дә бәйләнем, кәрәк ваҡытта тектем дә. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһына биҙәүсе-рәссам һөнәренә уҡырға индем, – ти әңгәмәсем.

Яратҡан һөнәренә эйә булғас, Айһылыу Хәмитова ошо йүнәлештә эшләй, белемен арттырыу маҡсатында төрлө курстарға йөрөй, интернет аша яңы шөғөлдәрҙе үҙләштерә, әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул, уйламағанда төрлө һынауҙар ҡуя, ҡаршылыҡтарға дусар итә. “Хоҙай яратҡан бәндәмә ауырлыҡтар биреп һынармын”, тигәндәй, Айһылыу Әнис ҡыҙының бер улы һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән килеш тыуа. Бәләкәйҙән сабыйы менән әллә күпме дауаханала ятырға тура килә, шифаханаларҙа була. Саҡ ҡына буш ваҡыт сыҡһа, ҡулына бәйләмен ала, күңел кисерештәрен, йөрәк әрнеүҙәрен шул ептәргә һала.

“Дауаханаға һәр саҡ үҙем менән ҡул эштәрен алып йөрөйөм. Улымды дауалаған табипҡа уйынсыҡ эт бәйләп биргәйнем, аптырап: “Үҙегеҙ бәйләнегеҙме?” – тип һораны. Ул да үҙенә күрә йоғошло сир кеүек бит ул. Бер башлаһаң, тиҙерәк бөтәм тип тырышаһың, һөҙөмтәһен күрге килә. “Килеп сығырмы?” тигән уй ҙа тынғылыҡ бирмәй, шул тиклем ымһындырып китеп күңелде арбай, хатта төн йоҡоларыңды ла онотаһың”, – ти оҫта.

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, уңған хужабикә бөгөн интернет селтәре аша үҙенең оҫталығын арттыра, даими эҙләнеүҙәр аша һәләтен үҫтереүҙе дауам итә. Айһылыу Хәмитованы хәҙер күптәр балалар өсөн төрлө уйынсыҡтар бәйләгән һәм теккән оҫта булараҡ яҡшы белә. Уның ҡурсаҡтары, төрлө әкиәт геройҙары, буласаҡ йыл хужалары – ҡуянҡайҙары күҙҙең яуын ала, балалар өсөн бәйләгән башлыҡ, балаклава, бейәләйҙәрен күргән һәр әсә уны һатып алырға тырыша, заказ бирә. Клиенттары менән дә интернет аша эшләй, ҡул эштәре республиканың төрлө район һәм ҡалаларына ғына түгел, хатта күрше республикаларға ла оҙатыла.

Ҡасандыр күңел йыуанысы булараҡ башлаған шөғөл бөгөн бер аҙ табыш та килтерә. Әсәһенән күреп, ҡыҙы Полина ла ҡул эштәренә маһир.

Һуңғы ваҡытта Айһылыу Әнис ҡыҙы башҡорт ҡурсаҡтарын тегергә һәм бәйләргә тотонған. Уларға кескәй генә итеп селтәр, ҡашмау эшләй, милли кейемдәр тегә. Хатта ситектәре лә килешеп тора!

Асҡар оҫтаһының бар күңел йылыһы һалынған һәм һөйөү менән һуғарылған ҡул эштәре ысын мәғәнәһендә юғары сәнғәт өлгөһөнә тиң. Артабан да ҡулыңдың бәрәкәте артһын, улың йүнәлһен, күңелең йырлап торһон, тип изге теләктәрҙә ҡалабыҙ уға.

Кәримә УСМАНОВА

Әбйәлил районы.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.
Читайте нас: