Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 13:30

Бала ғәйеп булған

15 йыл буйы эҙләйҙәр...

Бала ғәйеп булған
Бала ғәйеп булған

Сипайлово биҫтәһенең Жуков урамындағы йорттарҙың береһенән бәләкәй сағында - 10-11 йәшлек сағында уҡ юғалған Сәғәҙиев Азамат Шамил улын (1996 йылғы), шул тиклем ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман эҙләйҙәр һәм табылырына ышаналар.

Ул, иҫән булған хәлдә, ваҡыт, әлбиттә, төҫ-ҡиәфәтенә үҙгәреш индергәндер, әммә ҡайһы бер һыҙаттар - күҙ ҡарашы, ҡаш, танау һәм башҡалар, ҡылыҡтар сырамытыла. Ул мәлдәге билдәләре: бите оҙонсай, дуғаланып торған ҡаштар, танауы тура, сәсе асыҡ һоро, күҙҙәре ҡара-һоро. Юғалыр көндә ҡара-күк төҫтәге капюшонлы куртка, ҡара салбар, ҡара сепрәк кеды кейгән.

Уның тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белеүсе булһа, ышаныс телефонынан Тәфтиш комитетының тикшереү идаралығына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фоторобот: Тәфтиш комитеты.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: