Учалы районы Наурыҙ ауыл биләмәһенә биш ауыл ҡарай: Ғәҙелша, Наурыҙ, Йәһүҙә, Ташҡыя һәм Мәҫкәү. Башҡорт рухын һаҡлаусы илһөйәр, телһөйәр, егәрле, киң күңелле, йор һүҙле халыҡ йәшәй бында. Тамырҙарыбыҙ ырыуҙаштарының аҡылы, выжданы, намыҫы булған Ҡарас сәсәнгә барып тоташа.
Сер түгел: ғәҙәттә, район үҙәгенән, оло юлдан ситтә ятҡан ауылдар иғтибар үҙәгенән дә ситтә ҡала килә. Әлегә беҙҙә асфальт та, газ да, кәрәҙле элемтә лә юҡ. Әммә эш урындары, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булмаһа ла, биләмә халҡы шәхси йорт хужалығы менән, йәиһә ситкә йөрөп эшләп көн күрә. Сабынлыҡтар, көтөүлектәр иркен, һәр йортта тиерлек техника бар. Бигерәк тә йәштәр күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, мул тормошта йәшәй, умарта тотоусылар ҙа бар.
Ҡул ҡаушырып, күктән көтөп ултырмаһаң, тырышһаң, ауыл тормошона ла йән өрөп, йәм биреп, гөрләтеп йәшәргә була. Халыҡтың йәшәйешен, көнкүрешен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә.
Наурыҙ ауыл биләмәһе был программала ҡатнашып, бихисап проектты тормошҡа ашырҙы ла инде. 2014 йылда Наурыҙ ауылының зыяраты кәртәләнде, 2015 йылда ауылда балалар майҙансығы төҙөлдө, 2017 йылда Мәҫкәү ауылында мәктәпкә капиталь ремонт яһалды, 2018 – 2020 йылдарҙа Йәһүҙә, Ташҡыя, Ғәҙелша ауылдары урамдарына энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылды, 2022 йылда Наурыҙ урта мәктәбенең ҡыйығы яңыртып ябылды. Был эштәр барыһы ла ауылда ғүмер итеүсе һәм, ситтә йәшәһәләр ҙә, тыуған тупраҡ, тыуған ауыл яҙмышы өсөн янып-көйгән кешеләрҙең тырышлығы һөҙөмтәһендә бойомға ашырылды.
Алдынғы ҡарашлы, егәрле, инициативалы хакимиәт башлығы Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы Фәттәхова һәр эште ағинәйҙәргә, аҡһаҡалдар ҡорона таянып, улар менән кәңәшләшеп башҡара. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙен ойоштороу һәләтенә эйә булған, төплө аҡыллы етәксе итеп танытты һәм халыҡтың ихтирамын яуланы.
Һәр башланғысты күтәреп алыуҙары, әүҙемлектәре биләмә халҡына быйыл да “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға этәргес булды. Быйыл Мәҫкәү ауылында балалар майҙансығы төҙөү күҙ уңында тотола. Берҙәмлек, ихласлыҡ, матур йәшәргә ынтылыш һөҙөмтәһе булып балалар майҙансығы ҡалҡып сығасағына өмөтө ҙур мәҫкәүҙәрҙең. Майҙансыҡта балаларҙың шат тауыштары яңғырап тора икән, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө, ауыл үҙе ҡотло. Мәүлит Ямалетдиновтың “Бала тауышы” шиғырынан түбәндәге юлдар быға асыҡ дәлил булып тора:
Бала тауышынан һиҫкәнде лә,
Зыңғыр-зыңғыр көлдө тәҙрәләр.
Ауылға ҡот ҡайтты.
Салт ҡояшҡа
Асылдылар ябыҡ пәрҙәләр.
Ә бит Мәҫкәү ауылының тарихы ла янып, көлгә ҡалғандан һуң ҡабат терелгән, күсмә мәғәнәлә яңырыу, үлемһеҙлек символына әйләнгән мифик ҡош – Фениксты хәтерләтә.
Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Мәҫкәү ауылына Нуғай даруғаһы Теләү улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә XVIII быуаттың 1-се яртыһында Яйыҡ йылғаһы буйында нигеҙ һалған. Әммә ауыл рәсми рәүештә 1796 йылда ғына теркәлә. 1773-1775 йылдарҙа Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр ихтилалын аяуһыҙ баҫтырғанда, Мәҫкәү ауылы яндырылған, һуңғараҡ тергеҙелгән. Ауыл тәүге төпләнеүсеһе Мәҫкәүбай Мәмбәтҡолов исеме менән аталған. Бөгөн Мәҫкәү ауылында урта мәктәп, клуб, ФАП, мәсет бар. Халыҡ гөрләтеп донъя көтә, иманға ҡайта. “Матур баҡса”, “Өлгөлө йорт”, “Сәскәләр” конкурстарында, “Йәшел Башҡортостан” һәм башҡа акцияларҙа ауыл халҡы ҙур теләк, ихласлыҡ менән ҡатнаша. Бер-береһенән уҙҙырып, сәмләнеп, йорт-ихаталарын тәртипкә килтерә, яңырта, биҙәй, буяй.
...Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар,
Нигеҙендә ята йомартлыҡ.
Изгелекле халҡым йолалары –
Аҫылдарҙан-аҫыл ҡомартҡы...
Шағирҙың ошо юлдарында ла хәҡиҡәт ярылып ята. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеүҙә ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһының роле баһалап бөткөһөҙ. Иман йорто – “Мөслимә” мәсетендә үткәрелгән никах уҡытыу, балаға исем аҙанлатыу, шулай уҡ йәш киленгә һыу башлау кеүек йолаларҙы ағинәйҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Улар ихласлыҡ менән башҡарған нәсихәттәр, изге теләктәр тантанаға йәм өҫтәй, йәш быуынды тәртипле, тәүфиҡлы, иманлы булырға өндәй.
Эйе, ата-бабаларыбыҙ аманат иткән данлы тарихыбыҙға тап төшөрмәү, быуындар сылбырын дауам иттереү, халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен түкмәй-сәсмәй йәш быуынға тапшырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Берҙәм, татыу, әүҙем, иманлы булһаҡ ҡына, тыуған төйәгебеҙ, туған телебеҙ, моңобоҙ йәшәйәсәк.
- Гөлнур ЗАҺИРОВА
Учалы районы, Наурыҙ ауылы