

1-нән 6 июнгә тиклем Мәскәү ҡалаһында “Миссис Рәсәй Донъя 2023” бәйгеһе үтә. Унда Башҡортостан данын Стәрлетамаҡтан Айгөл Фәхриева яҡлаясаҡ. 31 йәшлек Айгөл тормош иптәше Ратмир Фәхриев менән өс бала үҫтерә. Уның әйтеүенсә, әгәр ире булышлыҡ итмәһә, ул финалға бармаҫ ине.
“Һөйгәнем үҙ-үҙемә ышаныс, мөхәббәтен, үҙемде асыу мөмкинлеге бүләк итте. Шулай уҡ төп таянысым – балаларыбыҙ. Улар менән ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Камилла ҡыҙым бар яҡлап та минең ярҙамсым, вокал менән шөғөлләнә. Өлкән улым Ранель ныҡлап хоккей уйнай, беҙҙең ҡаланың “Орлан” хоккей клубында шөғөлләнә. Ике йәшлем Османыбыҙ үҙ көсөн төрлө тармаҡтарҙа һанап ҡарай, тик әленән үк уның ижади кеше булып үҫере күренеп тора”, – ти ул үҙенең балалары хаҡында.
Сибәр, маҡсатлы, тырыш яҡташыбыҙға ҙур бәйгелә уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ!
Фото: "Моя Уфа" порталы.