Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2023, 22:03

“Мин һалдаттар әҙерләп кенә ята алмайым”

Тылдан ярҙам итеүҙәре уларға көс өҫтәй.

Резида Ильясованың ғаилә архивынан.
Фото: Резида Ильясованың ғаилә архивынан.

Ошо минуттарҙа меңәрләгән яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла яңынан баш ҡалҡытҡан нацистарға ҡаршы көрәшә. Улар араһында үҙ теләге менән ирекмән булып киткән яугирҙәр ҙә бик күп. “Ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булдығыҙ?” – тип күбеһенә һорау биргәнебеҙ булды. “Тыуған илебеҙҙе яҡларға”, “Үҙебеҙҙең егеттәргә ярҙам итергә кәрәк”, “Унда беҙҙе көтәләр” тигән яуаптар ишеттек.

Ысынлап та, ир-егеттәрҙең фекерләүе ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан күпкә айырыла. Уларҙа яугирлек рухы көслө, үлемдән дә ҡурҡмайҙар һәм еңеп ҡайтырҙарына ныҡлы ышаналар. Ир-егеттәрҙең күтәренке кәйефтә булыуына тылдағы ҡараш, һәр кемдең ярҙам итергә әҙер тороуы ла көс өҫтәйҙер, әлбиттә.

Улдарын яуға оҙатҡан әсәйҙәрҙең ниндәй уйҙар кисереүен белеү маҡсатында Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында йәшәгән 11 бала әсәһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиә­тенең Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең әсәләр комитеты етәксеһе, район советы депутаты, йәмәғәт эшмәкәрлеге, ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләнгән Резида Ильясова менән аралаштыҡ. Уның икенсе улы әлеге мәлдә махсус операцияла ҡатнаша.

“Кино” ҡушаматы менән йөрөгән егеткә 26 йәш. Ул, Саҡмағош ауылын­дағы 1-се мәктәпте тамамлағас, Бөрө кооператив техникумында уҡый. 18 йәше тулғас, хәрби хеҙмәткә алалар. Армиянан ҡайтҡас, һайлаған һөнәре буйынса үҙен һынап ҡараған, терәк-хәрәкәт ағзаларын реабилитациялаусы инструкторлыҡҡа уҡып сығып эшләп ҡараған, әммә оҡшатмаған. 2018 йылда иһә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йүнәлгән.

– Улым беҙгә, хәрби тормош – минеке, тине һәм үҙ теләге менән армияға китте. 2021 йылда ул Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһында хеҙмәт итте. Сержант ине, командир урынбаҫары итеп үрләттеләр. Мәскәү юғары команда училищеһында әҙерлек үткәс, лейтенант хәрби исемен алды, әле командир булып хеҙмәт итә.

 2022 йылда Украинала махсус хәрби операция башланғас, Һамарҙа яуға китәсәк ирекмәндәрҙе әҙерләй ине. Ул: “Мин һалдаттар әҙерләп кенә бында ята алмайым”, – тип былтыр июндә үҙе әҙерләгән  партияның береһе менән алғы һыҙыҡҡа китте, – тип фекерен уртаҡлашты Резида Зәкәриә ҡыҙы.

“Кино” август айында ялға ҡайтып китә. Ошо уҡ йылдың декабрендә яралана, госпиталдә дауалана. Күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ була. Яралары уңалып бөтмәһә лә: “Тыныс тормош башланғас, яраларҙы дауаларбыҙ, әле үҙ аяғымда йөрөйөм бит”, – тип тағы ла фронтҡа юллана.

– Мин унда кәрәкмен, тип хеҙмәт­тәштәрен уйлап, ул яңынан алғы һыҙыҡҡа китте. Үҙем дә “Берҙәм Рәсәй” партияһы линияһы буйынса Ситуация үҙәгендә шәфҡәт туташы курсын үттем. Кәрәк булһа, яуға китергә әҙермен. Беҙҙең өйҙә был мәсьәләгә етди ҡарайҙар. Улым махсус операцияға барырға ҡарар иткәс, беҙ “ҡал” тип өгөтләмәнек, ҡасып ултырып булмай бит. Теләк бер инде: улдарыбыҙ иҫән-һау йөрөһөн. Улым иһә беҙгә: “Минең өсөн генә түгел, һалдаттарым өсөн дә доға ҡылығыҙ”, – ти. Һуғышты күргән оло быуын вәкилдәре лә: “Беҙ уларға ышанабыҙ, улар ғына Ватанды яҡлай ала”, – ти бит.

Минең ете улым бар. Иң өлкәне – медицина хеҙмәткәре, ул да яуға китергә теләк белдергәйне, әммә эшенән ебәрмәнеләр. “Кино” ҡушаматын алған улым – махсус хәрби операцияла. Өсөнсө улым – студент, көндөҙгө бүлектә уҡый. Ул да “кәрәк булһа, барам” ти. Ҡалған дүртеһе бәлиғ булмаған: V – XI кластарҙа уҡыйҙар. Иң бәләкәйенә биш йәш,  – ти әсә.

Резида Ильясова белдереүенсә, улдары махсус хәрби операцияға киткән һәр әсә балаһының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй, ә юғалтҡандары иһә балалары тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡларға тырыша. “Шуға иғтибар иттем, балаларын юғалтһалар ҙа, улар кемделер ғәйепләмәй. Йөрәк яраларын баҫыр өсөн, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итергә ынтылып торалар. Беҙҙең комитет та уларға психологик һәм юридик ярҙам күрһәтергә тырыша. Һан артынан ҡыумайбыҙ, ә сифатлы ярҙам күрһәтеү маҡсатын ҡуябыҙ”, – ти ул.

– Әлбиттә, улым ут эсендә йөрөгәс, йөрәккә ауыр инде. Әсәй кеше барыбер ҡайғыра. Ас-яланғас булһалар ҙа, ауыр булһа ла, түҙһен инде, тип теләйбеҙ. “Әсирлеккә төшмәҫкә тырыш. Әгәр шул хәлгә ҡалһаң, һин үҙең өсөн дөрөҫ ҡарар ҡабул итерһең тип ышанам”, – тип оҙаттым улымды. Ул туғандарын, беҙҙе ныҡ ярата. Бер йоҙроҡ кеүек татыубыҙ, беҙҙе ҡыуандырып, иҫән-һау ҡайтһын, – ти әсә.

Ватан һағына баҫҡан яугирҙәрҙең, илһөйәрҙәрҙең еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ, ә инде уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына сабырлыҡ насип булһын.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас