Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2023, 17:01

Бер тапҡыр киҫ

Ҡырҡ тапҡыр уйла...

“Ер биләмәһен һатыу һәм һатып алыу тураһында ҡулдан яҙылған килешеүҙе нотариуста теркәтмәйенсә һәм раҫлатмайынса рәсмиләштереп буламы?

М. БИКМЫРҘИН”.

 

Ике осраҡта – ер майҙаны милекселәре бәлиғ булмағанда йәки хоҡуҡҡа һәләтһеҙ тип танылғанда, ер биләмәһенең бер өлөшө һатылғанда – килешеүҙе мотлаҡ нотариуста теркәтеү һәм раҫлатыу талап ителә. Ә ҡалған осраҡтарҙа килешеүҙе үҙаллы рәсмиләштерергә мөмкин. Тик шуны хәтерҙән сығармағыҙ: күп кенә осраҡта документты нотариуста теркәтеү законһыҙ килешеү осраҡтарын иҫкәртә. Мәҫәлән, ул был документтың дөрөҫ рәсмиләште­релеүен һәм закон талаптарына тура килеүен тикшерә, килешеүҙең мәғәнәһен һәм уның буласаҡ эҙемтәләре тураһында аңлата, ике яҡтың ҡултамғаларын раҫлай. Бынан тыш, нотариус башҡа юридик ғәмәлдәрҙе атҡара һәм һөҙөмтәлә килешеүҙе хәүефһеҙ итә.

Һатыу һәм һатып алыу тураһындағы килешеү нотариуста раҫланмаһа, уны “Росреестр”ҙа теркәтергә онотмағыҙ. Юғиһә, уның юридик көсө булмаясаҡ.

Үрҙәге хәлдәргә тарымаҫ өсөн, оҙаҡ йылдар эшләгән, халыҡ ышанысын яулаған күсемһеҙ милек агентлыҡтарына йәки риэлторҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бынан тыш, нотариусһыҙ килешеү төҙөү уның законлылығын һәм асыҡлығын тәьмин итмәй. Өҫтәүенә, ҡулдан яҙылған килешеүгә ҡарағанда, нотариаль документ судта ла ҙур юридик көскә эйә. Бынан тыш, нотариус хаталанһа, клиентының матди зыянын да ҡапларға тейеш.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: