

Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан Күсәрбайҙың данлы ғаиләләре, уңған шәхестәре менән танышҡандан һуң, биләмә хакимиәте етәксеһе менән дә осрашыу форсаты тейҙе.
Рязановка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Хөснөтдиновтан һуңғы осорҙа төҙөкләндереү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләүен һораныҡ.
– Дамир Миҙхәт улы, биләмә нисә ауылды берләштерә, һәм уларҙа көнкүреш шарттарын яҡшыртыу йүнәлешендә һуңғы осор нимәләр эшләнде?
– Беҙҙең ауыл биләмәһенә алты ауыл ҡарай. Төрлө программаларға ярашлы ауылдарҙы төҙөкләү хәстәре даими күрелә. Был йәһәттән халыҡ үҙе лә әүҙемлек күрһәтә. Күсәрбай, 2020 йылда “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашып, үҙенең категорияһында беренсе урынды яуланы. Һөҙөмтәлә биш миллион һум аҡса менән бүләкләндек. Ул ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелде. Клуб биләмәһендә балалар майҙансығы эшләнек, уның эргәһенә эскәмйәләр ҡуйып, ял паркын да булдырҙыҡ. Унан башҡа юлдарҙы рәтләп, яҡтыртҡыстар ҡуйып та ауылды матурланыҡ. Ошо уҡ йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына уңышлы үтеп, тракторлы булдыҡ. Уға өҫтәмә ҡорамалдар алып, техниканы ҡышын ҡар таҙартыуҙа, йәйен сүп үләндәрен сабыуҙа файҙаланабыҙ. Оло кешеләргә трактор ярҙамы кәрәккәндә лә баш тартмайбыҙ. Ғөмүмән, мин хакимиәт башлығы вазифаһында алты йыл эшләп, был ваҡыт эсендә дүрт тапҡыр конкурстан уңышлы үттек. Һөҙөмтәлә программа ярҙамында Рязановка мәктәбендә тәҙрәләр пластикка алмаштырылды, Рязановка, Күсәрбәй, Еслево, Маршановка ауылдарында урам яҡтыртҡыстар ҡуйылды.Үткән йылда Күсәрбай мәктәбендә өлөшләтә тәҙрәләр яңыртылды. Быйыл да ошо конкурстан ситтә ҡалманыҡ – Рязановка мәктәбендә электр үткәргестәрен алмаштырыу бурысы тора.
Юлдар торошо ла – йәшәйешебеҙ күрһәткесе. ”Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ике йыл элек Күсәрбайҙа ике километр юл асфальтланды, ошо уҡ йылда Еслевола 600 метр юлға асфальт түшәлде. Был йүнәлештә эште дауам итеп, Рязановка ауылында былтыр 600 метр юлға тотош асфальт һалынды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса һәйкәлдәр ҡуйылды. “Атайсал” проекты нигеҙендә Рязановка ауылында шишмәне төҙөкләндерҙек.
Алда хәл итәһе мәсьәләләр аҙ түгел. Мәҫәлән, Еслево ауылында һыу селтәрҙәрен алмаштырыу маҡсаты бар. Урам яҡтыртҡыстарын ҡуйыу, юлдарҙы асфальтлау ҙа алда торған эштәр рәтендә.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА