Йәмғиәт
23 Август 2023, 11:35

Форум ҡыҙа

Өс көн дауамында республика йәштәре нәфис һүҙ оҫталығына ғына өйрәнеп ҡалмай, социаль селтәрҙәр өсөн сифатлы контент булдырыу өсөн дә иң яҡшы спикерҙарҙан белем ала

Форум ҡыҙаФорум ҡыҙа
Форум ҡыҙа

22-25 августа Бөрйән районында «Йәштәр Йыйыны - 2023» Волга буйы федераль округының IV йәштәр граждандар форумы үтә, унда Башҡортостандан, Санкт-Петербургтан, Удмурт, Татарстан республикаларынан, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән һәм Пермь крайынан йәштәр ҡатнаша, шулай уҡ Йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәре лә. Форум палаткалы лагерь форматында үтә.

Форумдың туғыҙ майҙансығының береһе ауыл йәштәренә арналды. Ул агросәнәғәт комплексының йәш вәкилдәре һәм йәш белгестәр өсөн. Майҙансыҡта ауыл еренә ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр күтәрелде. Атап әйткәндә, ҡатнашыусыларға бөгөнгө көндә үҙҙәренең тыуған ауылын һәм 5-10 йылдан һуң уның ниндәй буласағын күҙ алдына килтерергә тәҡдим ителде.

Форум сиктәрендә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын үҫтереүгә арналған стратегик сессия үтте.

Форумда ҡатнашыусылар белем биреү үҙәген үҫтереү буйынса үҙ ҡараштары менән уртаҡлашты һәм көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе: үҙәкте йыһазландырыу ниндәй булырға тейеш, тәү сиратта ниндәй йүнәлештәрҙе үҫтереү мөһим, яңы юғары уҡыу йорто алдында ниндәй бурыстар тора.

Өс көн дауамында республика йәштәре нәфис һүҙ оҫталығына ғына өйрәнеп ҡалмай, социаль селтәрҙәр өсөн сифатлы контент булдырыу өсөн дә иң яҡшы спикерҙарҙан белем ала.

 

Фотолар: БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас