

Әйҙә уйнарға” фестиваленең тәүге көнөндәге байрам концертында төп ҡатнашыусы - билдәле балалар йырсыһы һәм миллион яҙылыусыһы булған блогер Милана Хаметова. 13 йәшлек ҡыҙҙың көнләп түгел, ә сәғәтләп билдәлелек яулай барыуы тураһында беләбеҙ. TikTok-та ҡыҫҡа видеолар төшөрөп башлаған ҡыҙҙың эшмәкәрлек даирәһе әле киңәйгәндән-киңәйә.
Бөгөн Милана Хаметова – блогер, йырсы, модель, Forbes номинанттары теҙмәһендә иң йәш вәкил һәм МУЗ-ТВ музыкаль премияһы алып барыусыһы.
Йәш йондоҙсоҡ Өфөгә 14 сентябрь килә. Уның ҡатнашлығындағы сара Совет майҙанында сәғәт 17.00-дә башлана.
Тулыраҡ мәғлүмәт бында: https://айдаиграть.дети/