Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2023, 22:35

Мәләүездә “Башҡорт ихаталары" биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү тамамланды

Мәләүез ҡалаһы биләмәһендә 320 күп фатирлы йорт бар, шуларҙың 286-һы 10 йылдан ашыу элек файҙаланыуға тапшырылған һәм халыҡ фекеренсә, тағы 181 йорт төҙөкләндереүгә мохтаж. 

Мәләүездә “Башҡорт ихаталары" биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү тамамланды
Мәләүездә “Башҡорт ихаталары" биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү тамамланды

“Быйыл ошо яҡта йәшәгәндәрҙең теләген иҫәпкә алып, Техник урамы, 16, 18, 20 һәм Ленин урамы, 3б, 3а, 5, 5а адресы буйынса 21 553 м2 майҙанлы ете күп фатирлы йорттан торған бер ихата биләмәһе төҙөкләндерелде. Улар проекттарҙы яраштырыуҙа әүҙем ҡатнашты, дөйөм йыйылыштарҙа тәҡдимдәр индерҙе, эш барышын контролдә тотто”, - ти ҡала хужалығы бүлеге начальнигы Алһыу Ковинская.

«Заманса ҡала мөхитен булдырыу» һәм «Башҡорт ихаталары» – иң кәрәкле республика программалары. «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса 2017 йылда 33 күп фатирлы йорт, 2018 йылда 36 йорт төҙөкләндерелә. Был программа буйынса 2019 йылда – 11, 2020 йылда – 8, 2021 йылда – 5, 2022 йылда - 5, 2023 йылда 7 күп фатирлы йорт төҙөкләндерелгән. 2017 йылдан алып ҡалала 105 күп фатирлы йорт төҙөкләндерелгән.

Бында юлдарға һәм парковкаларға асфальт түшәлгән, тротуарҙар һәм йәйәүлеләр юлдары йыһазландырылған, хәүефһеҙ резина һәм ҡом менән ҡапланған балалар һәм спорт майҙансыҡтары кескәйҙәр тауышына күмелгән. Шулай уҡ эскәмйәләр һәм урналар, энергияны һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылған, биләмә йәшелләндерелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Башҡорт ихаталары» республика программаһы ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Программаны финанслау өсөн аҡсаның 94 проценты - республика, 5 проценты муниципалитет бюджетынан, ә бер проценты күп фатирлы йорт  милекселәре аҡсаһынан килә. Был программаға ярашлы хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы, йәшелләндереү, автомобилдәргә туҡталҡа, мәғлүмәт стенды, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, шулай уҡ бәләкәй архитектура формалары, спорт майҙансыҡтары төҙөү ҡаралған. Йыйылышта халыҡ буласаҡ ихатаның дизайн-проектын үҙе һайлай. Проектҡа техник задание төҙөлгәс, финал проекты граждандар фекер алышыуына сығарыла, шунан һуң эш башлана. 2023 йыл аҙағына 206 ихата төҙөкләндереләсәк. “Башҡорт ихаталары” программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып 2019-2022 йылдарҙа республикала 1120 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән.

Эльвира Подрядова фотоһы.

Мәләүездә “Башҡорт ихаталары" биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү тамамланды
Мәләүездә “Башҡорт ихаталары" биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү тамамланды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: