Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2023, 10:00

Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән

Яңыраҡ махсус хәрби операцияға юлланған Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ветеранға видеосәләм юллаған. 

Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән
Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән

Ябай инженерҙан район хакимиәте башлығы вазифаһына тиклем үрләгән хөрмәтле шәхесте ҙурлап, районда ҙур сара уҙҙы, хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды.  Рәил Абдулла улы Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылында тыуған. 1961 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында инженер-механик һөнәре буйынса юғары белем алып, үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген  Яңы Мораптал ауылындағы "Киров" колхозында башлаған.

1967 йылдан алып етәксе вазифаларҙа эшләгән Рәил Абдулла улы 1975-1992 йылдарҙа Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын атҡара. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә, Почет Билдәһе ордены, «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы булып тора. Район менән етәкселек иткән йылдарҙа Рәил Әбдрәшитов уның социаль-иҡтисади үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Уның инициативаһы арҡаһында Көйөргәҙе районы административ үҙаллылыҡ ала, уның инфраструктураһы ныҡ үҙгәрә һәм нығый, торлаҡ, социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөлөшө әүҙем тормошҡа ашырыла.

Фотолар Көйөргәҙе районы хакимиәте сайтынан алынды.

Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән
Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән
Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән
Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән
Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән
Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән
Район хакимиәте башлығы МХО-нан үҙенсәлекле видео ебәргән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: