Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2023, 21:15

Уның ғүмере өсөн өс ай көрәшәләр

Табиптар сабыйҙы ҡотҡарған.

Уның ғүмере өсөн өс ай көрәшәләр
Уның ғүмере өсөн өс ай көрәшәләр

Республиканың клиник перинаталь үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, табиптар 740 грамлыҡ ҡыҙыҡайҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Бәпестең ата-әсәһенең ҡаны тура килмәүе (резус-конфликт) арҡаһында, бәпес үҙен насар тоя. Табиптар әсәһенең ҡарынындағы балаға ҡан ҡоя, әммә 25-се аҙнала ашығыс операция үткәрергә тура килә. 740 грамлыҡ ҡыҙсыҡ йәшәү өсөн көрәш башлай. Уға ете тапҡыр ҡан ҡоялар, үпкәләрен дауалайҙар. Табиптар дауалау алымдарының төрлөһөн барлай.

Ҡыҙыҡай менән әсәһе дауаханала өс айҙан артыҡ ята. Әле ул тейешле ауырлыҡты йыйған, ата-әсәһен уңыштары менән ҡыуандырып йәшәй.

 

Фото: Республиканың клиник перинаталь үҙәгенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: