Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2023, 18:00

Башҡортостан Башлығы кемдәрҙең теләген үтәне?

Радий Хәбиров Кремлдәге "Теләктәр шыршыһы"нда ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы кемдәрҙең теләген үтәне?
Башҡортостан Башлығы кемдәрҙең теләген үтәне?

27 декабрҙә Мәскәүҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын йомғаҡлау буйынса Рәсәй Дәүләт советы ултырышы башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашты.

Кремль һарайының Владимир залындағы төп шыршынан төбәк етәксеһе акцияла ҡатнашыусыларҙың - дүрт йәшлек Варвара һәм һигеҙ йәшлек Максим һәм Романдың теләктәре буйынса өс яңы йыл открыткаһын алды.

Мәҫәлән, Луганск Халыҡ Республикаһынан Максим конструктор хаҡында хыяллана, Башҡортостандың Дыуан районынан Роман - велосипед, ә Күмертауҙан Варвара кәрзинле велосипед алырға теләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2018 йылда «Теләктәр шыршыһы» хәйриә проекты башланды. Уның маҡсаты - етем, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: