Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ғинуар , 16:00

"Миңә ул бала кәрәкмәй"

Һил тормошҡа, пенсияға сығырға тип әҙерләнеп кенә йөрөгәнемдә ҡатыным һушты алды: ауырлы... 

"Миңә ул бала кәрәкмәй"
"Миңә ул бала кәрәкмәй"

Өлкәнәйгән көнөмдә 47 йәшлек ҡатынымдың ауырлы икәнен белеп, шаҡ ҡаттым. Был, әлбиттә, мөғжизә һәм көтөлмәгән яңылыҡ, тик миңә ул бала кәрәкмәй.

Ҡатыныма – 47, миңә 56 йәш. Беҙ уның менән бәхетле ғүмер юлы үттек. Ҙурайған ике балабыҙ бар. Хатта олатай менән өләсәй булып та өлгөрҙөк. Дүрт йәшлек ут кеүек шуҡ һәм аҡыллы ейәнсәребеҙ бар. Матди яҡтан барыһы ла яҡшы. Ҡалала фатирыбыҙ, Өфө янындағы ауылда дачабыҙ, икебеҙҙең дә машина бар. Яҡшы урында эшләйбеҙ.

Балалар айырым күсеп сыҡты, һәйбәт торалар. Бына шулай тыныс ҡына ҡартлыҡҡа, пенсияға сығырға тип әҙерләнеп йөрөгәндә ҡатыным һушты алды. Минең әйткәндәрҙе ишетергә лә теләмәй, аборт яһатмайым, Хоҙай биргәс, ул баланы табам, ти. Ә мин ни өсөн ҡаршы икәнлегемде аңлатып китмәксемен.

Әйтеүемсә, дүрт йылдан миңә 60 йәш тула. Ул бала мәктәпте тамамлауға, иҫән булһам, бабай ҡорона инәсәкмен. Үҙемдең атайым менән әсәйем етмешен дә тултырмай баҡыйлыҡҡа күсте. Уларға оҡшаһам, минең дә шулай булыуым, балам тыуып та өлгөрмәй атайһыҙ үҫеүе бар. Мин уны бындай һынауға дусар иткем килмәй.

Ҡатыным үҙенең йәше тураһында ла уйламай. Иллегә етеп килгәндә бала табыу һаулығында ниндәй эҙемтә ҡалдырыр, кем генә белә инде. Бәлки, тапҡан саҡта уҡ сәләмәтлегенә ҙур зыян килер. Ул сабыйға ла ҡартайып бөткән әсәй менән атайҙың балаһы булыуы еңел бирелмәҫ. Уны пенсия аҡсаһына үҫтерербеҙме? Аҙаҡ үҙаллы тормошҡа ла сығарырға кәрәк бит.

Бәләкәй бала һөйгө килә, әлбиттә, тик бының өсөн ейәнсәрем етә. Улымдың да балалары булыр, бәпестәрҙе күп күрербеҙ, тим. Әммә ҡатынымды күндерә алмайым. Ул бер ни ҙә ишетергә теләмәй. Нисек уны был уйынан кире ҡайтарырға? Балаларға был яңылыҡты әйттем, улар ҙа ҡаршы һәм әсәләре менән һөйләшмәкселәр. Ниндәй аҡыллы һүҙҙәр менән уны уйынан дүндерергә икән?

(Өфөлә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).

Фото: pxhere.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: