Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар , 21:30

Радий Хәбиров Аксаков шыршыһында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Аксаков шыршыһының – мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн йыл һайын үткәрелеүсе хәйриә сараһының нисек үтеүе хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров Аксаков шыршыһында ҡатнашты
Радий Хәбиров Аксаков шыршыһында ҡатнашты

"Балалар Өфөгә Аксаков шыршыһына Башҡортостандың төрлө райондарынан килде. Беҙҙең бәләкәй геройҙарыбыҙ бик көслө һәм ҡыйыу. Бер ҡасан да зарланмайҙар. Улар күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй һәм шатлана белә. Һәм был иң мөһиме – барыбыҙға ла был балаларҙан өйрәнергә кәрәк.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылын ошо яҡшы, изге сара менән башлайбыҙ. Йола буйынса беҙ уны йыл һайын, бишенсе тапҡыр, үҙенсәлекле балалар өсөн үткәрәбеҙ. Улар бер ни талап итмәй, әммә беҙҙең бурыс - уларҙы хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алыу.

Өфөләге шыршы байрамына 250 баланы саҡырабыҙ. Башҡортостанда улар 20 меңгә яҡын. Мин республиканың һәр муниципалитетында ошондай байрам ойошторорға ҡуштым. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән бергә эшләйбеҙ», - тип яҙҙы республика етәксеһе, балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә һаулыҡ теләне. Шулай уҡ ул хәйриә акцияһында ҡатнашҡандарға, ирекмәндәргә Аксаков шыршыларын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров Аксаков шыршыһында ҡатнашты
Радий Хәбиров Аксаков шыршыһында ҡатнашты
Радий Хәбиров Аксаков шыршыһында ҡатнашты
Радий Хәбиров Аксаков шыршыһында ҡатнашты
Радий Хәбиров Аксаков шыршыһында ҡатнашты
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: