Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар , 20:20

Мәктәпкә - газ ҡаҙанлығы

Был тәҡдимде ауыл халҡы йомғаҡлау йыйылышында тикшерергә һәм уның буйынса һуңғы ҡарар ҡабул итергә ниәтләй.

Мәктәпкә - газ ҡаҙанлығы
Мәктәпкә - газ ҡаҙанлығы

Баҡалы районының Мостафа ауыл советы халҡы бына инде бер нисә йыл рәттән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша. Мостафа ауыл советы биләмәһендә ППМИ сиктәрендә ошондай проекттар тормошҡа ашырылған: стадионда яҡтыртыу ҡуйылған, мәктәп ҡоймаһы алыштырылған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйылған, Мостафа ауылының Матросов, Чапаев, Мәктәп, Яңы урамдарында юл япмаһына ағымдағы ремонт үткәрелгән. Шулай уҡ Мостафа ауылында ял итеү зонаһын төҙөкләндереү өсөн спорт ҡорамалдары һатып алынған.

Ауылдың мөһим проблемаларын билдәләү өсөн халыҡ араһында анкета үткәрелә, халыҡ, шул иҫәптән бюджет хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында алдан йыйылыштар ойошторола, төрлө саралар үткәрелә. Йыйылыштарҙа халыҡ йәнә 2024 йылғы ППМИ-ла ҡатнашырға ҡарар итә, инициативалы төркөм һайлана, өҫтөнлөклө проблемалар тәҡдим итәләр. Анкета һөҙөмтәләре буйынса халыҡ Мостафа ауылы мәктәбенә газ ҡаҙанлығы һатып алыуҙы һәм ҡуйыуҙы һайлай. Был тәҡдимде ауыл халҡы йомғаҡлау йыйылышында тикшерергә һәм уның буйынса һуңғы ҡарар ҡабул итергә ниәтләй.

Мәғлүмәт: Алевтина Халиҡова, Мостафа ауыл советы башлығы.

Мәктәпкә - газ ҡаҙанлығы
Мәктәпкә - газ ҡаҙанлығы
Мәктәпкә - газ ҡаҙанлығы
Мәктәпкә - газ ҡаҙанлығы
Мәктәпкә - газ ҡаҙанлығы
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: