Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 14:40

“Милли ҡаҙаныштар” форумында - Башҡортостан йәштәре

«Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Милли ҡаҙаныштар форумы: йәштәр сәйәсәте» сиктәрендә профилле көн үтте. Уны ойоштороуҙа Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты командаһы ҡатнашты.

“Милли ҡаҙаныштар” форумында  - Башҡортостан йәштәре
“Милли ҡаҙаныштар” форумында - Башҡортостан йәштәре

- Республиканың йәштәр командаһы менән бергә, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре, йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары һәм активистары инде, форум ҡунаҡтары өсөн төрлө интерактив майҙансыҡтар һәм әүҙемлектәр ойошторҙоҡ, йәштәр сәйәсәтендәге ҡаҙаныштар менән уртаҡлаштыҡ, - ти Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров. Башҡортостан Республикаһы стенды ҡунаҡтары милли музыка ҡоралдарында башҡарылған халыҡ көйҙәрен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдиновтың сығышын тыңланы. Ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа үҙаллы уйнарға өйрәнергә теләүсе тамашасы артистан тәжрибә алды.

Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының ведомство ҡарамағындағы учреждениеһы – Республика йәштәр психология үҙәгенең заманса ҡорамалдарын файҙаланып, күсмә психологик диагностика лабораторияһы күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Шулай уҡ майҙансыҡта ҡатнашыусылар хәүефһеҙлек мәктәбенең оҫталыҡ дәрестәре сиктәрендә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙә күнекмәләр үткәрҙе, милли кейемдә фотоға төштө. Шулай уҡ теләгән кеше балауыҙҙан шәм яһаны, паракорд – трос материалынан махсус беләҙектәр бәйләне, улар яугирҙәргә МХО зонаһына тапшырыласаҡ. Төп программа сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәштәр сәйәсәтенең төп һөҙөмтәләре һәм ҡаҙаныштары тураһында панель сессияла ҡатнашты.

“Милли ҡаҙаныштар” форумында  - Башҡортостан йәштәре
“Милли ҡаҙаныштар” форумында  - Башҡортостан йәштәре
“Милли ҡаҙаныштар” форумында  - Башҡортостан йәштәре
“Милли ҡаҙаныштар” форумында  - Башҡортостан йәштәре
“Милли ҡаҙаныштар” форумында  - Башҡортостан йәштәре
“Милли ҡаҙаныштар” форумында - Башҡортостан йәштәре
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: