Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль , 20:15

Айыҡ ауыл конкурсы – милләт йәме ул!

Михайловка ауыл биләмәһенә ҡараған Батыр ауылы “Айыҡ ауыл” проектында район күләмендә еңеп сығып, республика кимәлендә еңеүгә яҡшы өмөт бағлай.

Айыҡ ауыл конкурсы – милләт йәме ул!
Айыҡ ауыл конкурсы – милләт йәме ул!

Федоровка районының Батыр ауылы өс быуатҡа яҡын булған үҙенең данлы тарихы, бай йолалары, халыҡ кәсептәре, юғары мәҙәниәте,арҙаҡлы шәхестәре, алсаҡ тырыш халҡы менән дан тота. Уҙған быуаттан "Большевик" колхозы һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған.

Мәғәриф өлкәһендә лә ҡаҙаныштар етерлек. Педагогтарҙың хеҙмәтен ваҡытында күреп, билдәләп барыу ҙа уларға артабан тырышып, яңынан-яңы идеялар менән янып эшләргә мөмкинлек бирә.

Батыр ауылы бик күп таланттар үҫтергән, улар бигерәк тә үҙҙәрен мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә күрһәткән. Улар араһында яҙыусы, драматург Мөҙәрис Багаев, Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәбдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Әфәрим Аҡсурин, ресубликанын хор
копеллаһы солиткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәҙәниә Аҡсурина, телеведение һәм радио дикторы Камил Аҡсуринды әйтеп китергә булыр ине.2019 йылда "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль проектында ҡатнашып мәҙәниәт йорто яңы төҫ алған һәм урындаға ҡаҙна саралары иҫәбенә зәнгәр яғыулыҡ индерелгән. Бөтә заман талаптарына ярашлы мәҙәниәт йортобоҙ бар, тип ҡыуана батырҙар.
Заманса йыһаздар һәм яңы мебель тағы ла күркәмерәк иткән. Мәҙәниәт йорто ауылыбыҙ халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын
ҡәнәғәтләндереү маҡсатында эшләй. Халыҡтың мәҙәни ялын ойоштороу, төрлө саралар уҙғарыу буйынса бихисап эш башҡарыла. Мәҙәниәт шәхестең рухын байыта, йәмғиәттең милли ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә .Юғары кимәлдәге саралар, лайыҡлы сығыш яһауы һәм халыҡҡа рух
байрамы бүләк итеүе артында, әлбиттә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күҙгә күренмәгән ҙур хеҙмәте ята.

Айыҡ ауыл конкурсы – милләт йәме ул!
Айыҡ ауыл конкурсы – милләт йәме ул!
Айыҡ ауыл конкурсы – милләт йәме ул!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: