Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль , 22:10

Аҙнағолдар берҙәмлек менән алдыра

Күгәрсен районының Аҙнағол ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында тәүгә генә ҡатнашмай. Әммә быйыл улар был сараға ныҡлап тотондо. Билдәле булыуынса, улар конкурстың район кимәлендә үткән еңеүселәр исемлегенә инде һәм 75 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Хәҙер аҙнағолдар республика этабында үткән конкурста  ҡатнаша.

Аҙнағолдар берҙәмлек менән алдыра
Аҙнағолдар берҙәмлек менән алдыра

Программаға ярашлы бик күп саралар уҙғарыла.

Һәр ауылдың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре була. Аҙнағол ауылында ҡыш көндәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың бергәләшеп шәл өмәһе, мамыҡ һуғыу, мамыҡ иләү өмәһенә йөрөү борондан ҡалған йола.

Аҙнағол, Дауыт-Ҡайып ауылы фельдшеры Алина Юлдашбаева урындағы халыҡҡа сәләмәт тормош алып барыу, эскелектең кеше организмына зыяны тураһында лекция уҡыны, тәмәке тартыуҙың кире яғы тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Берҙәм ғаилә консультацияһы көнөндә квалификациялы һәм компетентлы белгестәр: табип-нарколог, опека һәм мәғариф бүлектәре вәкилдәре, “Ғаилә” үҙәге, “Ватанды һаҡлаусылар фонды” һәм халыҡ мәшғүллеге хеҙмәттәре белгестәре халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтте.

“Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсының төп маҡсаты – ауылдың үҫеше һәм халыҡты берләштереү. Аҙнағолдарға был матур сарала уңыш юлдаш булһын, тип теләйбеҙ.

 

Аҙнағолдар берҙәмлек менән алдыра
Аҙнағолдар берҙәмлек менән алдыра
Аҙнағолдар берҙәмлек менән алдыра
Аҙнағолдар берҙәмлек менән алдыра
Аҙнағолдар берҙәмлек менән алдыра
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: