Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль , 22:40

Күгәрсендәр уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тырыша

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре йыл һайын урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнаша. Уның ярҙамында халыҡ ауылдағы социаль проблемаларҙы хәл итә алды: ҡайҙалыр кешеләр ауыл зыяраттары ҡоймаларын алмаштырыуҙы, башҡа ауылдарҙа - иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереүҙе, балалар өсөн уйын йәки спорт майҙансыҡтары ҡуйыуҙы һораны. Идея тәҡдим итеү генә етмәй, конкурс процедураларында еңеү, мәҙәни саралар уҙғарыу һәм уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ көс һалырға ла кәрәк.

Күгәрсендәр уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тырыша
Күгәрсендәр уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тырыша

Волостновка, Нуҡай, Ишбирҙе, Ялсы һәм Побоище ауыл советтары хакимиәттәре был юлы Әлимғол, 1-се Түкәт, Сапыҡ, Ялсы һәм Побоище ауылдары зыяраттарының ҡоймаларын алыштырмаҡсы. Юлдыбай ауыл советы 1-се Төпсән ауылы өсөн аҫмалы ҡорамалдар менән трактор һатып алыуҙы тәҡдим итте. Техника һатып алыу ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартырға ярҙам итәсәк, яҙғыһын ул янғындарҙы һүндереүҙә, ә йәйгеһен юл ситтәрен һәм тораҡ пункттары территорияларын сүп-сарҙан таҙартыу өсөн файҙаланыласаҡ. Был иң ҡиммәт проекттарҙың береһе – уға 1 миллион һум тирәһе талап ителә.

Воскресенск ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына ҡуйылған обелискыны яңыртырға теләйҙәр. Унда сход та ойошторолған, һорау алыуҙар ҙа үткәрелгән. Әлеге көндә инициатив төркөм ветерандар тураһындағы мәғлүмәтте аныҡлау буйынса әүҙем эш алып бара. Мәҡсүт ауыл советы хакимиәте Туйөмбәт ауылындағы Дан аллеяһы кәртәһен алмаштырырға һәм эргә-тирәһен төҙөкләндерергә тәҡдим итте.

Ибрай ауыл советында Ибрай ауыл клубын ремонтларға, Иртөбәктә - Ялсы, Мораҡта - Яңы Николаевка клубтары өсөн музыкаль ҡорамалдар һәм спорт инвентарҙары, Йомағужала урындағы мәҙәниәт йортона аппаратура һатып алырға теләйҙәр.

Алыҫ ауылдарҙа һәм һыу ташыуға бәйле проблемалар булған урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге темалары ла ҡуҙғатылды. Күгәрсен ауыл Советында Етеболаҡ утары өсөн янғын һүндереү тағылмаһы һатып алырға, Урал ауыл биләмәһендә шундай техникаға йылы бина эшләргә, Түбәнге Бикҡужала ҡотҡарыу автомобиле өсөн йылы гараж төҙөргә ҡарар иттеләр.

Подгорный ауылында кешеләр балалар майҙансығын күрергә теләй, сөнки балаларҙың буш ваҡытын үткәрергә һәм уйнарға урыны юҡ. 

Ауыл халҡының тырышлығы һәм ауыл биләмәләре етәкселегенең ярҙамы менән төрлө мәсьәләләр ыңғай хәл ителә. Күгәрсендәрҙең башланғыстарын үрҙә хупларҙар һәм улар төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан хуплау һәм финанслау алыр, тип ышанабыҙ.

 

Күгәрсендәр уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тырыша
Күгәрсендәр уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тырыша
Күгәрсендәр уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тырыша
Күгәрсендәр уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тырыша
Күгәрсендәр уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тырыша
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: