Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль , 12:00

Квитанциялар килгән

Мутлашыусылар яңынан-яңы ысул уйлап табып тора. Был юлы улар...

Квитанциялар килгән
Квитанциялар килгән

Вокзал, Блюхер, Артем урамдарында, Октябрь проспектында йәшәүселәргә “ГОРГАЗ-Сети”нан квитанциялар килгән. Квитанцияла күрһәтелеүенсә, кешеләр йәнәһе йорт (фатир) эсендә күрһәтелгән хеҙмәт өсөн иҫәпкә аҡса күсерергә тейеш. Был йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе идаралыҡ компанияһы билдәләүенсә, “ГОРГАЗ-Сети” тигән компания бөтөнләй юҡ, өйҙә газ ҡорамалдарын “Газпром – газ бүлеү Өфө” компанияһы башҡара.

Әйткәндәй, бындай ялған квитанциялар Өфөлә лә таратылған булған. Килгән түләүҙәрҙе мотлаҡ тикшерегеҙ, шик тыуған осраҡта идаралыҡ компанияларына шылтратырға онотмағыҙ.

Фото “Типичный Стерлитамаковец” төркөмөнән алынды.

Квитанциялар килгән
Квитанциялар килгән
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: