Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 08:00

Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!

Һайлауға кемдер тотош ғаиләһе менән барған, кемдер йорт хайуанын эйәрткән, кемдер шиғыр һөйләй, бәғзеләр туй мәжлесен туҡтатып тороп килеп еткән.

Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!
Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!

Ә бына Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлфиә Ноғоманова һайлау участкаһына милли күлдәк кейеп килгән.

“Был аҙымым ниндәйҙер хайп өсөн түгел, ә ошо сүрәттә килеү беҙҙең ил киләсәген билдәләүҙе, милли мәҙәниәт, милләт-ара татыулыҡ үҫешен күҙаллағанын иҫкә төшөргөм килде”, - тип белдерҙе уҡытыусы.

Әйткәндәй, Гөлфиә ханым бюллетенде лә башҡорт телендәгеһен һайлаған. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ ошондай күренештәр аша ла күтәрелеүе һоҡландырғыс.

Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!
Башҡорт кейемендә башҡорт телендә!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: