Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 16:15

Башҡортостан вәкилдәре Дәүләт Думаһының эшсе төркөмө ултырышында ҡатнашты

Улар һөт кухнялары стандарттарын әҙерләү буйынса кәңәшләште.

Башҡортостан вәкилдәре Дәүләт Думаһының эшсе төркөмө ултырышында ҡатнашты
Башҡортостан вәкилдәре Дәүләт Думаһының эшсе төркөмө ултырышында ҡатнашты

БР "Һөт кухняһы" дәүләт автоном учреждение директоры Эльдар Сәйғәфәров "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының закон сығарыу эшмәкәрлеге буйынса эксперт советының ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау өлкәһендәге проекттарҙы анализлау буйынса төркөм ултырышында ҡатнашты.

Эксперттар "Һөт кухнялары: йөклө һәм имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға дәүләт ярҙамы тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу" темаһын тикшерҙе.

Эльдар Сәйғәфәров махсуслаштырылған балалар продукцияһын етештереү һәм таратыу тураһында һөйләне. Шулай уҡ "Һөт кухняһы" етәксеһе балалар өсөн махсуслаштырылған һөт продукцияһынан тыш, учреждениеға ҡоро ҡатнашмалар һәм бутҡа таратыу функцияһы йөкмәтелгәнен һөйләне.

Бөгөнгө көндә продукция линейкаһында - төрлө тәмле йогурттар, биойод менән байытылған йогурт, еләкле эремсек, тимер һәм кальцийлы печенье.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23474/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: