Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель , 21:50

Радий Хәбиров Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында булды

Радий Хәбиров шулай уҡ халыҡ менән аралашты һәм уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Радий Хәбиров Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында булды
Радий Хәбиров Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында булды

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы үҙәк мәҙәниәт һарайында булды. Мәҙәни учреждение 1982 йылда төҙөлгән, шул ваҡыттан алып ул халыҡтың яратҡан ял итеү урыны булып тора. Бында бейеү түңәрәге, «Ветеран», башҡорт һәм рус йыры хорҙары, вокаль ансамблдәр, театр коллективтары дәрестәре үткәрелә. Эрмитаж картиналар галереяһында биҙәү-ҡулланма сәнғәте түңәрәге эшләй.

Миәкә үҙәк мәҙәниәт йортонда халыҡ ижады оҫталарының күргәҙмәләре, интеллектуаль уйындар, байрам кисәләре һәм концерттар үтә. Иң ҙур сараларҙың береһе – Аҡмулла көндәре. Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт йорто бинаһын, концерт залын ҡараны, шулай уҡ «Герой әсәһе. Герой ҡатыны" күргәҙмәһе менән танышты.

Радий Хәбиров шулай уҡ халыҡ менән аралашты һәм уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Иң киҫкендәренең береһе - Оло Кәркәле һәм Уяҙыбаш ауылдары араһындағы 7,5 км оҙонлоҡтағы юлдың торошо. Уны ремонтлауға 75 миллион һум ҡаралған, шуларҙың 5 миллионы – 2024 йылға һәм 70 миллионы – 2025 йылға. Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына сығымдарҙы ҡайтанан бүлеүҙе һәм быйыл юлдың ҙур өлөшөн эшләргә ҡушты.

Радий Хәбиров Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында булды
Радий Хәбиров Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында булды
Радий Хәбиров Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында булды
Радий Хәбиров Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында булды
Радий Хәбиров Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайында булды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: