Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май , 18:15

Эт көтөп ләғнәт алма

Башҡортостанда дәүләт ветеринария станцияларында эт һәм бесәйҙе льготалы хаҡҡа стерилләштерергә мөмкин.

Эт көтөп ләғнәт алма
Эт көтөп ләғнәт алма

“Йорт хайуаны” акцияһы барышында ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинациялау, гельминттарҙан таҙартыу, тамғалау һәм мәғлүмәт системаһында теркәү кеүек хеҙмәттәргә лә ташлама ҡаралған.

Йорт хайуандары хужалары уларҙы төрлө йоғошло сирҙән һаҡларға, үрсеүен контролдә тоторға бурыслы, тип иҫкәртә Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы.

Акцияһы 15 июнгә тиклем дауам итә.

Ҡала һәм райондарҙағы дәүләт ветстанцияларының адресын һылтанма буйынса ҡарағыҙ.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы сайты.

Фото: Әлшәй район ветеринария станцияһы.

Эт көтөп ләғнәт алма
Эт көтөп ләғнәт алма
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: