Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май , 08:00

Үҙемде белгәндән бирле китап уҡырға яраттым

Сираттағы конкурсантыбыҙ - Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы китапханасыһы Таңһылыу Исламғоловаға һүҙҙе бирәйек.

Үҙемде белгәндән бирле китап уҡырға яраттым
Үҙемде белгәндән бирле китап уҡырға яраттым

"Беҙҙең Яҡут китапханаһы - Көйөргәҙе районы Ермолаев үҙәк китапханаһының филиалы. Бөгөнгө көндө китапхана ул кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булып тора. Китапханасы эше бик яуаплы, сөнки ул халыҡ менән эшләй, кәрәк икән - яҙыусы ла, артист та, психолог та була, режиссер  һөнәрен дә үҙ итә. Район китапханасылары, ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡсаһы менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.

Хәҙер китапханалар - белем үҙәге генә түгел, ә төрлө саралар үткәреү урыны ла. Бер-бер артлы үткән был сараларҙан һуң китап уҡыусылар һаны артҡандан-ата.
Оло йәштәгеләр өсөн "Күңел нуры" түңәрәге эшләй. Шулай балалар шашка, шахмат түңәрәгенә әүҙем йөрөй. Балалар күп уҡый, "Китап байрамы" көнөндә үткән сарала, балаларға яҙыусыларҙың тормошо тураһында, әҫәрҙәре тураһында төрлө һорауҙар әҙерләгәйнем, балалар бик әүҙем ҡатнашты. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Әсхәл Әхмәт-Хужа, хатта Пушкиндың әҫәрҙәрен дә бик яратып уҡыуҙары тураһында әйттеләр. Һәр бер сараға күпме күңел йылыһы һалына.
Ошо эшемдә еренә еткереп эшләргә ярҙам иткән "Күңел нурҙары"на, Яҡут башланғыс мәктәбе балалары, уҡытыусылары Гөлшат Сәғәҙәт ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен.
Ҡырҡ йылға яҡын китапханасы булып эшләнем, киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ  насип итһен!"

Үҙемде белгәндән бирле китап уҡырға яраттым
Үҙемде белгәндән бирле китап уҡырға яраттым
Үҙемде белгәндән бирле китап уҡырға яраттым
Үҙемде белгәндән бирле китап уҡырға яраттым
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: