Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май , 16:30

Берҙәмлек һәм татыулыҡ һәр саҡ кәрәк

Башҡортостан юғарылыҡта тора, тине Николай Стариков.

Берҙәмлек һәм татыулыҡ һәр саҡ кәрәк
Берҙәмлек һәм татыулыҡ һәр саҡ кәрәк

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында "Хайп буйынса һөйләшеү: йәмғиәттең проблемаһы йәки сәйәси технология өҫтөнән идара итеү" тигән матбуғат конференцияһы ойошторолдо.

– Башҡортостан был йүнәлештә, ысынлап та, берләшеү буйынса юғарылыҡта тора, төрлө хәүеф-хәтәргә ҡаршы көрәшә белә, – тине Рәсәй йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, яҙыусы Николай Стариков. – Бөгөн иң мөһиме, һәр төрлө мәғлүмәткә дөрөҫ ҡараш булдырыу, ниндәй ҙә хаталарҙы йәһәт кенә төҙәтеп ебәреү. Әйтәйек, күптән түгел Баймаҡта теркәлгән хәл-ваҡиғаға, ә унда насар уйлы көстәр республикабыҙҙы тарҡатырға йыйынды, Башҡортостандың йәмәғәт ойошмаһы тиҙ арала сара күрҙе һәм ундай насарлыҡты булдырманы.

Николай Стариков әйтеүенсә, бына ошо асыҡ миҫал журналистар өсөн дә, ғөмүмән, барыбыҙ өсөн дә яҡшы һабаҡ булды.

Бынан тыш, "Берлек-Единство" геология тикшеренеүҙәре үҙәге"нең эксперт-аналитигы Артур Сөләймәнов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Владимир Нагорный һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү институттары советы рәйесе Зөлфиә Ғайсина берҙәмлек, татыулыҡ хаҡында һөйләне.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: