+20 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә республикалағы яңыртылған балалар майҙансыҡтары тураһында видеоролик һалған.
“Ошо йылмайыуҙар өсөн йәшәйбеҙ ҙә” тип яҙған ул кескәйҙәрҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау менән ҡотлап яҙған посында.
Башҡортостанда биш йыл эсендә 683 йәмәғәт киңлеге яңы төҫ алып матурайған.
Роликта Яңауылда, Бәләбәйҙә, Нефтекамала, Сибайҙа, Ишембайҙа һәм Өфөлә яңыртылған парктар. Ҡарағыҙ!