Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль , 17:15

Башҡортостан менән Оман солтанаты хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Андрей Назаров Gates of Arabia Logistics (Оман) компанияһының генераль директоры Игорь Егоров менән осрашты.

Башҡортостан менән Оман солтанаты хеҙмәттәшлекте киңәйтә
Башҡортостан менән Оман солтанаты хеҙмәттәшлекте киңәйтә

«Иннопром-2024» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Gates of Arabia Logistics (Оман) компанияһының генераль директоры Игорь Егоров менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан Республикаһы һәм Оман солтанаты араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килеште.

2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Оман араһындағы экспорт металл, метиз һәм машиналар эшләү продукцияһынан торған. Бығаса булған тауар әйләнешен арттырырға кәрәк, тип айырып әйтте Башҡортостандың Министрҙар кабинеты етәксеһе. Ул төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙы һәм дуҫ илдәрҙәге вәкиллектәр ҡатнашлығында 165 миллиард һумлыҡ берлектәге проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуын билдәләне.

Яҡтар Оманда бизнесты үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе, Оман/Яҡын Көнсығыш баҙарына сығыу буйынса компаниялар асыу һәм уларға ярҙам итеүҙе, Оманда бизнес алып барыу өсөн шарттарҙы тикшерҙе. Мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡуҙғатылды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24371/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: