Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль , 23:20

Сираттағы кәңәшмә Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналды

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү Совет майҙанында республика ветерандарын һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы хөрмәтләүҙән башлана.

Сираттағы кәңәшмә  Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналды
Сираттағы кәңәшмә Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналды

Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса сираттағы эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Төбәк етәксеһе ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн юбилей сараларына әҙерләргә планлаштырылған сувенир продукция өлгөләре менән танышты. Республика Башлығы традицион стилдә эшләнгән әйберҙәрҙе, шулай уҡ йәштәр аудиторияһына йүнәлтелгән яңы сувенирҙарҙы, көнкүреш әйберҙәрен һәм кейемдәрҙе ыңғай баһаланы.

Кәңәшмәнең төп темаһы буласаҡ юбилейҙың ваҡиғалар көн тәртибен формалаштырыу булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итеүенсә, 30 августа Инорс биҫтәһендә ишкәкле слалом комплексын сафҡа индереү тантанаһы була. Ә Ағиҙел йылғаһы буйында Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтары дуҫлығы символы булған Колоннада асыласаҡ. Шул уҡ көндө «Ватан» этнопаркында «Евразия йөрәге» VIII халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана. Төп юбилей саралары 31 августа Өфөнөң Совет майҙанындағы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Бында ҡала ветерандарын һәм махсус хәрби операция геройҙарын тәбрикләйәсәктәр. Бынан тыш, байрамдың абруйлы ҡунаҡтары «Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һаласаҡ.  Октябрь районында көрәш һарайын асыу тантанаһы төп спорт ваҡиғаһы буласаҡ. Ә «Өфө-Арена» комплексы майҙансығында «Ваҡыт йылғаһы» спектакле – Башҡортостандың баш ҡалаһының мөһим осорҙары буйлап тарихи сәйәхәт ойошторола.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев юбилей тантаналары һәм мәҙәни-күңел асыу саралары ҡаланың барлыҡ райондарында үтәсәген билдәләне. 12:00 сәғәттә Октябрь проспектында «Өфө һәр ваҡытҡа» фестивале башлана, унда, атап әйткәндә, Өфө сәнәғәт предприятиелары экспозициялары менән ҡала ҡаҙаныштары күргәҙмәһе эшләйәсәк. Ленин исемендәге майҙанда һөнәрселәр һәм халыҡ-художество кәсептәре оҫталары ҡатнашлығында күргәҙмә-йәрминкә ойошторола, улар брендлы сувенир продукцияһын тәҡдим итәсәк. Байрам саралары ҡаланың өс нөктәһендә – Ленин исемендәге майҙанда, «Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда һәм «Ватан» этнопаркында Рәсәй һәм республика эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында киске программа менән тамамланасаҡ.

Дөйөм алғанда, йәйге һәм көҙгө миҙгелдәр өфөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын бай көн тәртибе менән ҡыуандырасаҡ. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо осорҙағы төп саралар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 22-24 августа республиканың баш ҡалаһында «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале үтәсәк. Ә 26-27 августа Өфөлә «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй патриотик йыр конкурсы үтәсәк. Шулай уҡ август айында Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Третьяков галереяһының уникаль художество күргәҙмәһе асыла. Сентябрҙә Өфөлә Сергей Образцов исемендәге дәүләт академия ҡурсаҡ театрының гастролдәре һәм «Әйҙә, уйнарға» икенсе Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале үтәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юбилей сараларын ойошторғанда һәм үткәргәндә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ урамдарҙың һәм байрам майҙансыҡтарының таҙалығына, шулай уҡ йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген белдерҙе.

Сираттағы кәңәшмә  Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналды
Сираттағы кәңәшмә  Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналды
Сираттағы кәңәшмә  Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналды
Сираттағы кәңәшмә  Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналды
Сираттағы кәңәшмә Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлеккә арналды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: