Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль , 17:15

Беҙҙең хоҡуҡ белгестәренең эш хаҡы юғары

Юғары уҡыу йортон тамамлаған юристарҙың эш хаҡы 110 000 һумға тиклем етә.

Беҙҙең хоҡуҡ белгестәренең эш хаҡы юғары
Беҙҙең хоҡуҡ белгестәренең эш хаҡы юғары

Өфө фән һәм технологиялар университеты хоҡуҡ өлкәһендә мәшғүл сығарылыш уҡыусыларының эш хаҡы кимәле буйынса юғары уҡыу йорттарының федераль рейтингына инде. Уны SuperJob сервисы тәҡдим итте.

Юридик вуздар рейтингына бөтәһе 39 ҡаланан 60 дәүләт вузы инде. Өфө университеты улар араһында 16-сы урынды биләй.

Рейтинг өсөн SuperJob бер йыл алдан урынлаштырылған хоҡуҡи өлкәлә эш эҙләүгә резюмеларҙы һайлап алған. Тикшереү барышында 2018-2023 йылдарҙа университетты тамамлаусылар иҫәпкә алынған.

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры һүҙҙәренсә, юғары уҡыу йортон тамамлаған юристарҙың эш хаҡы 110 000 һумға тиклем етә. Рейтингта Мәскәүҙәге, шулай уҡ төбәктәрҙәге эш хаҡы иҫәпкә алынған.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24421/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: