Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 13:00

Был ризыҡты балалар ярата

Рәхилә инәйҙең рецебы бик уңай.

Был ризыҡты балалар ярата
Был ризыҡты балалар ярата

Шишмә районынан Рәхилә Ғилемйәнованың уңмаған бер генә ризығы ла юҡтыр. “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ул кәнфит-бауырһаҡ рецебын бирә:

-1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәрҙе һалып ныҡ итеп туғыйбыҙ ҙа 15-20 минутҡа ултыртып торабыҙ. Шуға 4 аш ҡалағы ондо яйлап ҡына өҫтәп баҫабыҙ. Ҡамыры ныҡ ҡаты булмаһын. Аҙаҡ бармаҡтан бер аҙ йыуаныраҡ итеп ҡамырҙы тәгәрәтәбеҙ һәм уны 2 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып сығабыҙ. Һуңынан эҫегән көнбағыш майында бешереп алабыҙ. Был ризыҡты бигерәк тә балалар яратып ашай, - ти Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙы.

Беҙ ҙә бешереп ҡарайыҡ әле.

Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: