+21 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Татарстандың Әлмәт ҡалаһында Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған “Ауҙарыш” (һыбай килеш көрәш) ярышында Баймаҡ районы егете Вилдан Яманғолов үҙ ауырлығы категорияһында чемпион булып танылды.
Вилдан – Түбә ауылы егете. “Афарин, Вилдан! Ошолай дауам ит! Киләсәктә һиңә яңы еңеүҙәр, яңы ҡаҙаныштар, һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә уңыш юлдаш булһын! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!”, - тип ҡотланы егете ауылдаштары социаль селтәрҙә.
Фото һәм видео: Әлфирә Хәлитованан.