Мәсәүиә Кәримова Өфө ҡалаһының 378-се һайлау участкаһында тауыш биргән. 95 йәшлек өләсәй үҙенең теләген белдергәндә бюллетенен йәшниккә төшөрөр алдынан Ҡөрьәндән сүрә уҡып, ил-йорт, йылдар имен торһон тип доға ҡылған. Һайлау комиссияһы ағзалары сабыр ғына тыңлап торған.
"Юлдаш" радиоһы яҙыуынса, Мәсәүиә Миңлебай ҡыҙы ғүмер буйы ашнаҡсы булып эшләгән. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән, 18 ейән-ейәнсәре бар. Өләсәй булыу - оло бәхет, - тигән ул.
Афарин! Иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә!
Фото: видеонан скриншот.
Видео: https://vk.com/uldash_fm