+24 °С
Ямғыр
Әбйәлил районының Хәмит ауылындағы һайлау участкаһына ла ғаилә менән килеүселәр бар.
"Осҡон" гәзите төркөмө яҙыуынса, Әнисә Шаһыбалова тотош нәҫелен эйәртеп алып барған. Үҙе, ҡыҙы Земфира, ейәнсәре Регина һәм бүләһе Сәмирхан - тотош дүрт быуын һайлау участкаһында булып, өлкәндәр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, ә бәләкәй малай ошо мөһим сараның мөхитен тойоп ҡайтҡан.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-106859930_134786