Иртәгә, 13 сентябрҙә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Сәләм» программаһының тура эфирында «Рәхмәт-2024» акцияһының суперприздары уйнатыла. Унда сайтта теркәлгән бөтә QR-билеттар ҡатнаша.
«Ҙур Рәхмәт» бүләктәре араһында: өс фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға ғаилә юлламаһы, Башҡортостандағы ял базаһына ғаилә туры.
"Был - беҙҙең акцияның һуңғы этабы. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ. Тура эфирҙа осрашҡанға тиклем, 8.00 сәғәттә телевизорҙы ҡабыҙығыҙ", - ти ойоштороу комитеты вәкиле Регина Ҡадирова.
Уңыштар!