Финанс ойошмалары заманса технологияларҙы ғәмәлгә әүҙем индерә. Әммә ҡайһы бер граждандарға уларҙы үҙләштереү еңел түгел. Улар араһында оло йәштәгеләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә бар. Быны аңлап, Рәсәй Банкы бындай клиенттарҙың мәнфәғәттәрен мутлашыусыларҙан һәм хәлде аңламау арҡаһында барлыҡҡа килгән үҙҙәренең дөрөҫ булмаған ғәмәлдәренән һаҡлау буйынса эш алып бара.
Кеше, атап әйткәндә, банк иҫәбенә дистанцион инеү кәрәкме, юҡмы икәнен үҙе хәл итергә тейеш. Күп өлкән йәштәгеләр мобиль ҡушымталарҙан һәм онлайн-кабинеттан бөтөнләй файҙаланмай.
Ҡушымталарҙа уҡ иҫәптәрҙе, һаҡламдарҙы һәм карталарҙы йәшерергә мөмкинлек биргән опция ҡулланырға кәңәш ителә, шул рәүешле сит кеше иҫәптә күпме аҡса булыуын күрмәй. Бынан тыш, клиент операциялар параметрҙары буйынса сикләүҙәр ҡуйыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш: күсергән аҡса суммаһы, алыусылар һаны һәм исемлеге.
- Рәсәй Банкы махсус рәүештә оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн финанс ойошмаларына «икенсе ҡул» сервисын индерергә кәңәш итте. Уның асылы шунда: кеше үҙенә был банктың башҡа клиенттары араһынан ярҙамсы тәғәйенләй ала. Уның, мәҫәлән, туғаны булыуы мөмкин, әгәр ул уға тулыһынса ышанһа. Һанлы каналдар буйынса ярҙамсы кешенең үткәрергә ниәтләгән операциялары тураһында белдереүҙәр аласаҡ һәм уларҙы раҫлай, йәки әгәр был хәл шик тыуҙырһа, кире ҡаға аласаҡ. Һуңыраҡ ул өлкән кешегә шылтыратып, хәлде асыҡлай ала. Ярҙамсыны тәғәйенләргә һәм сервисты тоташтырырға клиент үҙе генә хоҡуҡлы. Әгәр банк был хеҙмәтте һүндереү үтенесен алһа, ул тәүҙә был эште мутлашыусылар башҡарырға маташмаймы икәнен тикшерәсәк, — тип аңлатты Рәсәй Банкының БР буйынса Милли банкы бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.
Тимәк, һеҙ үҙегеҙҙең өлкән йәштәге туғанығыҙға ошондай сервистан ҡулланыуҙы ойоштора алаһығыҙ. Был уларҙы төрлө мутлашыусыларҙан яҡлаясаҡ.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/articles/tekhnologii/2024-07-09/strahuet-vtoraya-ruka-3840310
Нәсих Хәлисов фотоһы.