Бөгөн улар «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының Ял ойоштороу үҙәгендә милли атрибутика етештереү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Балалар башҡорт халҡының милли кейем өлгөләре менән танышты, үҙҙәре лә бәләкәй түшелдерек яһарға өйрәнде.
«Мин үҙем эшләгән түшелдеректе Лизаға бүләк итәм. Беҙ уның менән – игеҙәктәр. Үәт, ҡыуаныр!» – ти Һарытау өлкәһенән килгән Егор Коноплянников.
Ипле генә итеп сәйлән теҙгән Тамара Кирәева Ырымбур өлкәһенән килгән. «Башҡорт милли кейемдәре бик матур! Ҡул эштәре менән яратып шөғөлләнәм. Беҙҙең балалар йортонда ла «Оҫта ҡулдар» түңәрәге бар. Унда шөғөлләнеү күңелгә тыныслыҡ бирә», – ти ул.
Пенза өлкәһенән Матвей Рубанов сираттағы сараға ашыға ине. Матур тауышлы малай концертта йырлаясаҡ. «Сувенир түшелдерек эшләгән арала мин бер нисә башҡорт һүҙен өйрәндем. Оҫталыҡ дәресе миңә бик оҡшаны», – тине ул. Унан һуң, ихлас йылмайып, башҡорт телендә яңы үҙләштергән һүҙҙәрен өҫтәне: «Ҙур рәхмәт!»
Автор: Зөлфиә Ханнанова.
Сығанаҡ: https://vatandash.ru/news/novosti/2024-09-18/bash-ala-una-tary-bash-ortsa-r-hm-t-ytte-3934067